Новости

29.11.2016

Бөгөн 28-се интернат-мәктәптә һайлау хоҡуғы буйынса республика конкурсының 2-се туры үтте. Тәүге турҙа, конкурста ҡатнашыусылар, махсус китапхана сайтында, онлайн викторина һорауҙарына яуап биргәйнеләр.  

 

28.11.2016
Подведение итогов конкурса "Поверь в себя"
2016 йылдың 1 декабрендә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, республиканың күреү һәләтенән яҙған балаларын, Кино йылына арналған “Үҙеңә ышан” ижади конкурстың тантаналы йомғаҡлау сараһына йыя. Инвалид балалар араһында уҙған ижади конкурс быйыл 10-сы тапҡыр ҡабатлана.
 
 
25.11.2016
Библиотекой издан словарь для незрячих

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Брайль шрифты менән Башҡорт-рус һәм Рус-башҡорт һүҙлеген сығарҙы. Башҡорт-рус һүҙлеге телсе, ғалим, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор М. Ғ. Усманова тарафынан төҙөлһә, рус-башҡорт һүҙлегендә уға педагогия фәндәре докторы, профессор-консультант, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Саяхова Л. Ғ. Авторҙаш булып тора. 

24.11.2016
Участие в работе Всероссийской научно-практической конференции

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһында ҡатнашты. “Тарихи-мәҙәни ҡомартҡы, йәки туризмды үҫтереүҙә махсус китапханаларҙың гуманитар ресурсы” конференцияһы Татарстан республикаһы махсус китапханаһына 80 йыл тулыуға бағышлап ойошторолдо.  

 

24.11.2016
Акция "Наследие Алтынсарина"

Октябрь айында ҡаҙаҡ халҡының арҙаҡлы улы, мәғрифәтсе, яҙыусы, ғалим-этнограф, йәмәғәт эшмәкәре Ибрай Алтынсариндың тыуыуына 175 йыл тулды. Ул ҡаҙаҡ алфавитының авторы, шағир, Л. Н. Толстой, И.А. Крылов, К.Д. Ушинский, В.И. Даль һ.б. рус әҙиптәренең әҫәрҙәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә итеүсе. 

 

11.11.2016
Месячник "Белой трости"
13 ноябрь Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ошоға бәйле 13 октябрҙан алып 14 ноябрға тиклем “Аҡ таяҡ” айлығы уҙғарыла. Был сараның төп маҡсаты – күреү һәләтен юғалтҡан кешеләргә иғтибар бүлеү, һаулыҡты һаҡлау. Сөнки һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ. Махсус китапхана уҡыусыларына Өфө ҡалаһының 5-се поликлиникаһы врач-терапевты Марат Аҡбүләков менән әңгәмә лә уҙғарылды. Марат Мәзит улы нисек һаулыҡты нығытыу, дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы тураһында һөйләне.
03.11.2016
Ночь искусств в специальной библиотеке
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Сәнғәт төнө асылды. Башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен китапхана сайтында http://brsbs.ru/ru/symfony2016 һылтанмаһы буйынса табырға була. Шулай уҡ LKF форматта күсереп алыу мөмкинселеге лә бар.
 
31.10.2016
Ночь искусств
Сентябрҙә Өфө сәнғәт училище залында Башҡортостан республикаһының композиторҙар Союзы һәм милли симфоник оркестры «Башҡортостандың симфоник палитраһы” атамалы проект-концерт тәҡдим итте. Милли симфоник оркестр менән Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, «Сәнғәт төнө” бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә, сайтыбыҙҙың “Тыуған ерем музыкаһы” бүлегендә беҙ концерт  программаһында яңғыраған музыкаль әҫәрҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
24.10.2016
2016 йылдың 25 октябрендә махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың Борай районында «Һаулығы сикле кешеләрҙе муниципаль китапханаларҙа хеҙмәтләндереү” тип аталған тифлосессия үткәрәсәк. Был сарала Борай районының администрация мәҙәниәт бүлеге башлығы Илгиз Харисов һәм китапхана директоры Миләүшә Янгированың да ҡатнашыуы планлаштырылған.
 
 
21.10.2016
«Души прекрасное творение» Вечер памяти Загира Исмагилова

Быйыл бөйөк композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына теүәл 100 йыл тула. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы шәхес иҫтәлегенә бағышлап кисә үткәрҙе.

 

 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.