Месячник "Белой трости"

Месячник "Белой трости"
13 ноябрь Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ошоға бәйле 13 октябрҙан алып 14 ноябрға тиклем “Аҡ таяҡ” айлығы уҙғарыла. Был сараның төп маҡсаты – күреү һәләтен юғалтҡан кешеләргә иғтибар бүлеү, һаулыҡты һаҡлау. Сөнки һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ. Махсус китапхана уҡыусыларына Өфө ҡалаһының 5-се поликлиникаһы врач-терапевты Марат Аҡбүләков менән әңгәмә лә уҙғарылды. Марат Мәзит улы нисек һаулыҡты нығытыу, дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы тураһында һөйләне. Осрашыуҙың аҙағында уҡыусылар табипҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында ла саралар үтте: “Донъяны күреү – оло бәхет”, “Донъя һәр кемгә асыҡ” сәғәттәре бер кемде битараф ҡалдырманы. 
Бәләбәй филиалында ла “Аҡ таяҡ” айлығы рамкаһында “Беҙҙең тоғро дуҫ һәм ярҙамсы” тип аталған кисә уҙғарылды. Осрашыу барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға күп талантлы һуҡырҙар тураһында һөйләнеләр. Һуҡыр композиторҙарҙың музыкаль әҫәрҙәрен тыңланылар.
“Аҡ таяҡ” айлығы йыл һайын Рәсәйҙә лә, донъя кимәлендә лә уҙғарыла.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.