Мәғлүмәт технологиялары бүлеге

Күреү һәләте насар ҡулланыусыларҙы кәрәкле мәғлүмәт менән тәъмин маҡсатында китапхана яңы мәғлүмәт технологияларын даими ҡулланылышҡа индерә.

-Кассета, диск, флэшкарталарҙа «һөйләүсе» баҫмалар сығарыла, уларҙы депозиттарҙа һаҡлау ойошторола. Тәү сиратта был:

а) тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әҙәбиөт һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт, рус, татар телдәрендә, шул иҫәптән мультибаҫмалар;

б) производство-техник, уҡыу, ижтимағи-сәйәси, нәфис әҙәъиәт, матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләр;

в) көнүҙәк материал ( конференция, әҙәби түңәрәк ултырыштары. Презентациялар һәм башҡа сараларҙан радиотрасляциялар).

Бынан тыш Татарстандың һуҡырҙар өсөн китапханаһынан алынған татар телендәге «һөйләүсе» китаптар күсерелә һәм ихтыяж менән файҙаланылғандары тиражлана.

Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы фондының электрон нөсхәһе булдырыла.

    Китапхананың аудиокитаптарҙы флэшкарталарға яҙҙырыу өсөн үҙ базаһы булдырыла,      Рәсәй дәүләт һуҡырҙар өсөн китапхананың FTP –сервернан яҙмалар күсерелә. Китапхана уҡыусыларын мәғлүмәт-библиография менән тәъмин итеү маҡсатында исемлектәр байҡау таҫмаға яҙҙырыла. Һуҡырҙарҙы компьютер грамоталығына өйрәтеү, шул иҫәптән, өй шарттарында башҡарыла.

Иҫкергән һәм юғалған «һөйләүсе» китаптар ремонтлана, ҡайтанан яҙҙырыла, тифломагнитофондар төҙөкләндерелә.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.