Новости

10.03.2024
IV Культурный форум «АРТ-Курултай»
2024 йылдың 10-11 мартында Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай»мәҙәни форумы үтәсәк. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән Рәсәйҙәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора. 

IV «АРТ-Ҡоролтай» эшендә илебеҙҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ: БР хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, А. П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театры директоры һәм художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский, профессор Санкт-Петербург дәүләт университетының Тарих институты «Рәсәйҙең яңы тарихы» кафедраһы профессоры Александр Пученков, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Наталья Таньшина, Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты директоры Артем Горный, «Йөрәк саҡырыуы буйынса» һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фондының попечителлек советын ойоштороусы һәм президенты, «Аҡ таяҡ» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая, Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Мәскәү, Санкт-петербург, Красноярск, Донецк, Ырымбур, Ижевск, Волгоград ҡалаларынан, шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан башҡа вәкилдәр. 
11 март Диана Гурцкаяның махсус китапханаға килеү программаһында китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлылыҡ, башҡорт Брайль шрифын булдырыусы Мәкәрим Төхвәтшиндың мемориаль мөйөшө, һуҡыр башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың мемориаль мөйөшө буйынса ҡыҫҡаса күҙәтеү экскурсияһы ҡаралған. 
Диана Гудай ҡыҙына ҡабарынҡы-график һүрәтле брайль китаптарын баҫтырыу өсөн ҡулланылған технология һәм махсус ҡорамалдар, уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү системаһы менән танышырға тәҡдим ителәсәк. 
Китапханала даими экспонатта булған, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған күргәҙмә зоналары менән танышырға мөмкин.
«Нур» балалар үҙәгендә Диана Гурцкая иң бәләкәй һуҡыр уҡыусылар өсөн тактиль китаптар һәм ҡала мөхите макеттары менән танышасаҡ.
Тауыш яҙҙырыу студияһында «һөйләүсе» китаптар яҙҙырыу буйынса эш һәм брайль тексын таныу өсөн сканер күрһәтеү, иҫке брайль баҫмаларының тексын цифрлаштырыу планлаштырыла. 
Экскурсия ял ойоштороу бүлегендә фильмдарға/йәнһүрәттәргә йәки спектаклдәргә тифлокомментарийҙар эшләү эше менән танышыу, шулай уҡ «Башҡортостан» киностудияһының «Алдар һәм һоро бүре»тифлокомментарийлы йәнһүрәт өҙөгөн күрһәтеү менән тамамланасаҡ.
08.03.2024
С праздником весны!   Дорогие наши читательницы! Милые, добрые, прекрасные женщины!

 

В сознании и памяти каждого мужчины всегда присутствует образ любимой, единственной и дорогой ему женщины, вызывающий море восклицания и восхищения. Своими чувствами Вы двигали нас на подвиги и открытия, заставляли жить, не смотря ни на что.

03.03.2024
Памяти Салавата Низаметдинова
3 март һуҡыр композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 62 йыл тулды.  Бөтә ижади тормош юлы буйына ул беҙҙең иң әүҙем китап уҡыусыбыҙ булды. Классик әҫәрҙәрҙе бигерәк тә яратып уҡый ине ул. Балалары өсөн мәктәп программаһынан китаптар ала ине. Аҙаҡ, танылыу алғас, китапханала уға арналған төрлө кисәләр үтә башланы.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.