Белебеевский филиал

452030, г . Белебей, ул. Волгоградская, 10  
(34786) 40156, brsbs-bel@mail.ru , skype: brsbs-bel

Положение


Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһаның Бәләбәй филиалы

Бәләбәй — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районының административ үҙәге, район ҡарамағындағы ҡала. Ҡала Кама бассейны Өсән йылғаһы буйында,Өфөнән 180 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Беренсе тапҡыр документтарҙа 1715 йылда Бәләбәй ауылы тип билдәләнә.

1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Өфө губернаһынан Бәләбәй өйәҙе үҙәге булып китә.

1796 йылда өйәҙ Ырымбур губернаһына күсерелә, 1895 йылда был губерна Өфө һәм Ырымбур губернаһына бүленгәс, Өфө губернаһы составында ҡала.

Урындағы халыҡ ер эшкәртеү, кәсепселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1953 йылда Шкапов нефть ятҡылығы асылып «Аксаковнефть» нефть етештереү идаралығы булдырылғас,ҡала йылдам үҫеш ала . 1930-1931 йылда Приют, Михайловский ҡасабалары, Аксаков, Глуковская станциялары менән берлектә, Бәләбәйҙә 70 мең кеше йәшәй.

Был яҡтарҙы 18 быуат аҙаҡтарында уҡ һуҡырҙар һәм насар күреүселәр үҙ иткән : 50-ләп кеше һаналған. Рәсәйҙең алыҫ төбәктәренән дә күсенеп килеп йәшәгәндәр. Был күренеш ҡаланың тәбиғәт шарттарына бәйле булғандыр, күрәһең. Тирә-яҡты урман уратып алған, һауа саф, озонға бай, шифалы шишмәләр ҙә бихисап. Аҙыҡ-түлек тә осһоҙораҡ була был яҡта. Күреү һәләтенән мәхрүм кешегә аҙ халыҡлы бәләкәй ҡалала тормошҡа яраҡлашыу еңелерәк бирелгән.

Ата-бабалар раҫлауынса, был яҡтағы халыҡ борон-борондан тыныс, итәғәтле, иманлы булған. Һуҡырҙар йәмғиәтенең беренсе ойошмаһы Бәләбәйҙә 1930 йылда булдырыла. 1949 йылдың 26 апрелендә Башҡортостан Хөкүмәтенең 193-р ҡарары менән, 1935 йылдан һуҡыр инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүсе китапхана Башҡортостан Республика махсус китапханаһы итеп үҙгәртеп ҡорола. Башҡортостан республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһаның Бәләбәй филиалына ла тап шул ваҡытта нигеҙ һалына. Ул Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең төбәк ойошмаларын ағзаларын, Бәләбәй уҡыу-етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен, уларҙың ғаилә ағзаларын һәм башҡа төр категория инвалидтарҙы, яҡы-тирәлә йәшәүсе башҡа граждандарҙы ла хеҙмәтләндерә. 2010 йылдың 1 ғинуарына бында 513 уҡыусы иҫәпләнә, 11306 дана китап бар.

Филиал хеҙмәткәрҙәре Брайль, «һөйләүсе», яҫы баҫма әҙәбиәттән торған фондта туҡтауһыҙ эш алып бара. Шулай уҡ бурыслыларға ла тынғы юҡ: китапты ваҡытында тапшырмаусыларға телефон аша шылтыраталар, өйҙәренә баралар.

Яңы әҙәби китаптар менән таныштырыу маҡсатында, даими байҡау яһала, төрлө баҫмаларҙы уҡырға биреп тороу әүҙем башҡарыла (2010 йылдың 1 ғинуарына 60927 дана китап ҡулға тапшырылған).

Белешмә-библиография фонды төп фондтан айырым эшләй. Унда энциклопедия, һуҙлек, белешмәләр тупланған. Ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифаты туранан тура белешмә-библиография аппаратының торошо менән бәйле (2010 йылдың 1 ғинуарына 446 белешмә бирелгән).

Тематик папкалар даими тулыландырыла. Уҡыусыларҙың мәғлүмәткә ихтыяжын тулы һем һим тиҙ арала ҡәнәғәтләндереү өсөн филиалда китап уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, маҡсат, теләктәре өйрәнелә. Был эштә китапханаға яҙылғанда, китап алыштырғанда даими үткәрелгән шәхси әңгәмәләр ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн телефон буйынса белешмәләр биреү, китаптарҙы өйгә илтеп биреү ҙә ойоштролған.

Бәләбәй филиалында күләмле мәҙәни саралар үткәрелә: айырым көнүҙәк темалар, яҙыусы һәм шағирҙарҙың, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилейҙары, йәмғиәт тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғалар береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай ( 2010 йылдың 1 ғинуарында 1793 сара үткәрелгән).

Китаптар күргәҙмәләре лә даими ойошторола һәм яңыртыла: мәҫәлән, «Сәскә атыусы Башҡортостан», «Социаль реабилитация», «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Мәғлүмәт доняһына тәҙрә» , «Брайль буйынса яңылыҡтар», «Яңы китаптар», «Үткән һуғыш шаңдауы», «Халыҡтар берҙәмлеге көнө» һәм башҡалар.

Китапхана хеҙмәткрәҙәре алдына яңы уҡыусылар йәлеп итеү, уларҙың мәғлүмәти ихтыяжын өйрәнеү, мәҙәни саралар ойоштороу кеүек бурыстар ҡуйылған. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн улар бар булған мөмкинлектәрҙе лә файҙаланалар.

Бер кеше лә үҙ эсенә йомолоп, аралашыуҙан мәхрүм ҡалмаһын, ә белемгә ынтылып, алға ҡарап йәшәһен тип тырыша улар.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.