Өфө библиоэңерҙәре 2024

Уфимские библиосумерки 2024

20 апрель һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Библиотөн-2024" бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Өфө библиоэңерҙәре" уҙғарыла. Йыл девизы - "Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ" 


Китапхана фойеһында акция ҡунаҡтарын "Бер картина күргәҙмәһе" көтә. Михаил Василий улы Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан "Екатерина Нестерова" ҡабарынҡы тактиль картинаһы экспозициялана.
"Библиотерапия - йән табибы" локацияһында психологтар йәш буйынса төркөм һәм индивидуаль дәрестәр үткәрәсәк, психологик казустар һәм феномендар тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ психологтар шәхестең индивидуаль психологик үҙенсәлектәре менән таныштыра, артабан үҙ-үҙеңде камиллаштырыу һәм үҫтереү буйынса тәҡдимдәр бирә, тәбиғи материалдар менән арт-терапия буйынса ҡыҫҡа оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. 
"Әкиәт йөҙҙәрҙә" локацияһы ҡунаҡтарҙы "китап менән һуҡыр осрашыу" библиоуйынында ҡатнашырға саҡыра. Ҡатнашыусыларға предметтар, тактиль һүрәттәр менән күҙҙе йомоп танышырға һәм уларҙың ниндәй әкиәттән булыуын фаразларға кәрәк.
Ошонда уҡ китапхананың һуҡыр һәм насар күргән ҡулланыусылары араһында "иң ижади уҡыусы ғаилә" китапхана фотоконкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.
"Бергәләп уҡыйбыҙ" локацияһында ғаилә ҡурсаҡ-һаҡлағыс яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Ҡунаҡтар китапханасы етәкселегендә, Рәсәй халыҡтары йолаларынса, туҡыма киҫәктәренән ҡурсаҡ-һаҡлағыс эшләй аласаҡ.
Ҡунаҡтарҙы "Хуш еҫле уҡыу" күргәҙмәһенең презентацияһы ҡыҙыҡһындыра ала. Китапты тоторға, ҡарарға, тыңларға, уҡырға була... Шулай уҡ, уның еҫен дә ишетергә мөмкин. "Хуш еҫле уҡыу" күргәҙмә-инсталляцияһы уҡыусыларға китапты яңыса, хуш еҫ аша тойорға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ китаптарҙы яңы форматта, еҫ аша тойорға тәҡдим итәбеҙ.
Балалар үҙәгендәге "Әкиәттең аҡыллы дәрестәре" майҙансығында "Тылсымлы лампа" китап театры башҡарыуында билдәле халыҡ әкиәттәре мотивтары буйынса ҡурсаҡ спектакле үтәсәк. Китапханасылар ҡунаҡтарға таныш геройҙарҙы һәм бала саҡтан билдәле булған халыҡ әкиәттәренең фәһемле сюжеттарын иҫкә төшөрөргә ярҙам итәсәк.
Теләге булғандарға китапханасылар ҡағыҙ торналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтәсәк. 
Тауыш яҙҙырыу студияһында "Ғаилә менән уҡыу марафоны" әҙәби конкурсы үтәсәк. Теләгән һәр кемгә әҙәби әҫәрҙән өҙөктө тауышландырып, үҙенең дикторлыҡ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә.
Уҡыу залы зонаһында әҙәби кафела Ғаилә осрашыуҙары үтәсәк. Бында ҡунаҡтарҙы өҫтәл уйындары көтә, улар билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөргә һәм уларҙы дауам итергә, геройҙы һәм авторҙы танырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ "жанр белгестәре" исемле интеллектуаль квиз үтәсәк. Викторинала ҡатнашыусылар классик һәм заманса проза, башҡорт фольклоры буйынса белемдәрен күрһәтә ала. 
"Дуҫтар өсөн ишектәр асыҡ" локацияһында "Әҙәби мажара" квесы үтәсәк. Бер нисә локация буйынса ҡунаҡтарға төрлө әҙәби викториналар, шул иҫәптән нәфис әҫәрҙәрҙең геройҙары буйынса тактиль викториналар тәҡдим ителәсәк. 
"Минең ғаиләм" хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен билдәләйәсәк. Балалар ололар ярҙамында быуындан-быуынға тапшырылған ғаилә йолалары тураһында һөйләй аласаҡ.
Руслан Шәйхуллин менән Гүзәл Хәсәнованың блиц-интервьюһы буласаҡ. Беҙҙең әүҙем уҡыусылар үҙҙәренең тормош юлы, ғаилә ҡиммәттәре һәм гражданлыҡ позицияһы тураһында һөйләйәсәк. 
Өфөнөң библиоэңерҙәре-2024 үҙешмәкәр артистар, китапхананың әүҙем уҡыусылары, ҡаланың музыка һәм хореография мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында концерт программаһы менән тамамланасаҡ. Рус, башҡорт, татар телдәрендә музыкаль әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.