Белорет филиалы

453510, Белорет ҡалаһы, С. Тюленина урамы, 40

(34792) 47492

Положение

Белорет филиалы

Белорет — республика ҡарамағындағы ҡала, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы үҙәге.

Белорет — Көньяҡ Уралдағы иң оло ҡалаларзың береһе. Ирәмәл тауынанда инеш алған етеҙ һәм һалҡын һыулы Ағиҙел йылғаһы исем биргән уға(Аҡ+Иҙел= Белая +Река). 18 быуатта уҡ был яҡтағы төҙ ҡарағай урмандары, мул һыулы йылға-күлдәр Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников исемле өлгөр, сос сауҙагәрҙәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Алыҫ Уралдың һалҡын тәбиғәтенә ҡарамай, улар 179 мең дисәтинә ерҙе аҫаба башҡорттарҙан юҡ ҡына хаҡҡа һатып ала. Ағиҙелдең Морат тауы эргәһендәге бөгөлөшөндә 1762 йылда Белорет тау заводы төҙөлә башлай. 1767 йылдың аҙағында суйындың беренсе партияһы алына.

1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Белорет тимер юлсылары әүҙем ҡатнаша, өс революциянан да ситтә ҡалмай улар. Граждандар һуғышы йылдарында Белорет Көньяҡ Урал партизандарының баш ҡалаһы була. Бында Өфө, Стәрлетамаҡ, Троицк, Верхнеуральск эшселәренән торған отрядтар берләшә. 1918 йылда В.К. Блюхер етәкселегендәге партизан отряды, Ҡыҙыл Армияның регуляр частары менән берләшеү өсөн Пермь яғына легендар рейдҡа сыға.

Һуғышҡа тиклемге осорҙа белореттар илдең халыҡ хужалығы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында белорет яугирҙәрен бөтә фронттарҙа ла осратырға була, партизан отрядтарында ла һуғыша улар. Һуғыш йылдарында ҡала һәр саҡ вахтала тора, домна һәм мартендар бер минутҡа ла һүнеп тормай. Һуғыштың беренсе көндәренән үк Белорет заводтары фронт өсөн продукция етештерә башлай.

Ҡала тыуған илгә 14 Советтар Союзы Геройы бирҙе. Дан орденының Тулы кавалеры Масьянов Иван Иванович та беҙҙең яҡташыбыҙ. Белоретлылар борондан уҡ хәрби һәи хеҙмәт традициялары менән дан ҡаҙанған.

Белорет Башҡортостан Республикаһында ҡара металлургия буйынса сәнәғәт үҙәге булып тора.

1958 йыл аҙағында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге Белорет ҡалаһында етешереү предприятиеһы аса, бында интернат, мунса, автогараж, тимерлек төҙөлә.

1959 йылда ҡалала С. Тюленин урамы, 40- сы һанлы йортта һуҡырҙар өсөн китапхана асыла. Был һуҡырҙар йәмғиәтенә ҡараған предприятие дөйөм ятағының бер бүлмәһе була. Майҙаны 14 квадрат метр. булған был бүлмәлә 61 дана Брайль китаптарынан торған фонд урынлаша. Китапхананың эшен Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте предприятиеһының секретары Камилә Сәрүәр ҡыҙы йәмәғәт башланғысын да ойоштора, китапханасы вазифаһын да ул башҡара. Предприятиелағы һуҡыр эшселәр һорауы буйынса асылған был китапхана уҡыусыларҙы көнөнә 2 сәғәт хеҙмәтләндерә.

1960 йыл аҙағында Белорет ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге бер штат берәмеге бүлә, һәм китапхана аҙнаһына 3 көн режимында эшләй башлай. Китапхана фондында яҫы баҫма шрифтлы 1 мең дана китап туплана - уларҙы үҙәк ҡала китапханаһы биреп тора. Китапханасы Бровкина Любовь 200 уҡыусыны хеҙмәтләндерә, уларҙың 150 күреү һәләте буйынса инвалид була. 1962 йылдың ғинуарында китапхана С. Тюленин исемендәге урамда урынлашҡан 36-сы һанлы торлаҡ йорттоң ярым подвалына күсерелә. Китапхана урынлашҡан был бәләкәй генә бүлмәнең һауаһы, әлбиттә, бик дымлы була. Фондтағы брайль һәм яҫы баҫма китаптарға юҡҡа сығыу хәүефе янай. 1962 йылда китапхананы дөйөм ятаҡтың ҡыҙыл мөйөшөнә күсерәләр. Был ваҡытта Мәхийәнова Мәрйәм Ҡәйүм ҡыҙы китапханасы була. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-етештереү предприятиеһы директоры Ҡорманов Самат Тимур улы һәм профсоюз ойошмаһы фондты тулыландырыуҙа әүҙем ярҙам итә. Техник әҙәбиәткә айырым игтибар бүленә, сөнки предприятиеға яңы профилдәр индерелә, заманса йыһаз үҙләштерелә. Предприятие вакытлы матбуғат алдырыу өсөн сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Китапхана аҙнаһына дүрт көн эшләй башлай.

1965 йылда Өфөнән «һөйләүсе» китаптар ебәрелә башлай. 1967 йылдан китапхананы Өфө китапхана техникумын тамамлаусы Фәтҡуллин Михаил Аҡмулла улы етәкләй.

1969 йылда китапхана һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының филиалына әйләнедерлә.1969 йылдың аҙағында ул китап һаҡлағысы, уҡыу залы булған 150 квадрат метрлы иркен, уңайлы бинаға күсенә. 1970 йылдан Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-етештереү предприятиеһы ҡысҡырып уҡыусы ставкаһын булдыра. Шулай итеп, штат тағы ла бер яңы берәмеккә арта. Баш китапхана филиалға күберәк һүҙлек, энциклопедиялар кеүек белешмә характерындағы әҙәбиәт ебәрә. Үҙәк китапхана шулай уҡ «Москва», «Нева», «Октябрь» кеүек ҡалын журналдарға яҙылыуҙы ла ойоштора. «Һөйләүсе» китаптар ҙа күберәк килә башлай, тик 2А тибындағы магнит таҫмаға яҙылған был китаптарҙың сифаты бик насар була: китаптар тиҙ туҙа. Уларҙы һайлап алыу мөмкинлеге лә юҡ дәрәжәлә: күберәк әҙәби китаптар һәм «Хочу все знать», «Здоровье» кеүек ғилми-популяр баҫмалар ғына килә. 9,5 ишетелеү тиҙлегендәге ике юллы был рулондарға һорау ҙур була, шуға ла улар бик тиҙ туҙа. Китапхананын йыһазы ла маҡтанырлыҡ булмай. Өфөнән каталогтар һәм китаптар өсөн шкаф, «Дайна» магнитофоны ебәрелә.

Яйлап китап фонды ла үҫә башлай, Силәбе өлкәһенең һуҡырҙар китапханаһынан китапхана-ара абонемент (МБА- межбиблиотечный абонемент) аша кәрәкле китаптар күпләп алына.

1978 йылдан башлап фондты магнит таҫмаға яҙылған, ишетелеү тиҙлеге 2,38 булған «һөйләүсе» китаптар байыта. Предприятие директоры Пыжьянов Василий Ефимович китапханасы М.А. Фәтҡуллиндың бер үтенесен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай: кәрәкле китаптарҙы алдырыуҙа, үткәрелгән сараларҙы финанслауҙа ҙур ярҙам итә. Китапхана эшселәре лә предприятиеның тормошонда әүҙем ҡатнаша: ял кисәләре, киске уйындар, спектакль, концерттар, тәбиғәткә экскурсиялар уларһыҙ үтмәй. Фәтҡуллин Михаил Аҡмулла улы 1978 йылдың майынаса китапхана мөдире вазифаһын башҡара. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Белорет етештереү предприятиеһының архив документтарында 60-70 йылдарҙа яһалған яҙмалар бар: «..Беҙҙең коллективтағы агитацион һәм мәҙәни сараларҙың барыһын да тиерлек китапхана үткәрә ине. 1968 -1972 йылдарҙа ғына радио аша өҫ китап уҡылған, 3 әҙәби кисә, 7 иң шәп тасуири уҡыусы конкурсы, 4 китап уҡыусылар конференцияһы ойошторолған, 2 Ленин мөйөшө булдырылған. 1960 йылда китап уҡыусыларҙың һаны 142 еткән, уларҙың 102 һуҡырҙар. 1970 йылда был һандар 386 һәм 167 етә. Бөтәһе 1137 кеше китапханаға йөрөй һәм китап уҡый.

1966 йылда китапханала бөтәһе 5136 том китап бирһә, уларҙың 2500 Брайль китаптары була. Барлығы китапхана фондында 4598 Брайль китабы һәм 2514 ябай китаптар иҫәпләнә...»

Бөгөн дә Белорет филиалының төп маҡсаты – күреү һәләте буйынса инвалидтарҙы мәҙәни, социаль реабилитациялауҙа ярҙам итеү.

2009 йылда китапхана менән ҡулланыусылар һаны 607 булһа, уларҙың 366 инвалид. Бөтәһе 49438 китап бирелгән. Рельеф нөктәле шрифтлы, яҫы баҫма, кассеталағы, дискеталағы, флэшкарталағы китаптар ҙа күп тапшырылған. Күләмле мәҙәни сараларҙа 1708 кеше ҡатнашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә аралашыу бик мөһим, шуға ла улар бындай кисәләргә бик теләп йөрөй.

2009 йылда ғына 17 ял кисәһе ойошторолған, мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 90 йәшлек юбилейына арналған «Һаумы...» шиғыр кисәһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған композиторы Борис Мокроусовтың 100 йәшлек юбилейына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә, көҙгә арнап йыл да үткәрелә торған «Осенины» театрлаштырылған тамаша һәм башҡалар. Аҙнаһына өc тапҡыр китапханасы «Белорецкий рабочий» һәм «Ветеран» газеталарына радиокүҙәтеү яһай, һәр ай аҙағында китап уҡыусылар өсөн ҡотлауҙар тапшырыуы эфирға сыға.

Филиалдың библиографик белешмә ресурстары:

– «һөйләүсе» һәм рельефлы нөктә шрифтлы, яҫы баҫма китаптарҙың системалы каталогы,

– балалар һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтенең системалы каталогы,

– шиғырҙар һәм теләктәр хаҡында тематик картотека,

– рельеф нөктәле шрифтлы нәфис әҙәбиәттең Брайль картотекаһы.

Филиал иркен бинала урынлашҡан, китапхана хеҙмәткәрҙәре уны уңайлы һәм зауыҡ менән биҙәгән. Киләсәктә бинаға капиталь ремонт планлаштырыла.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.