Алтынсарин ҡомартҡыһы

Акция "Наследие Алтынсарина"

Октябрь айында ҡаҙаҡ халҡының арҙаҡлы улы, мәғрифәтсе, яҙыусы, ғалим-этнограф, йәмәғәт эшмәкәре Ибрай Алтынсариндың тыуыуына 175 йыл тулды. Ул ҡаҙаҡ алфавитының авторы, шағир, Л. Н. Толстой, И.А. Крылов, К.Д. Ушинский, В.И. Даль һ.б. рус әҙиптәренең әҫәрҙәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә итеүсе. 

Ибрай Алтынсарин ғүмере буйына мәғрифәтселек эше менән шөғөлләнә, мәктәптәр һәм китапханалар аса. Оҙаҡ ваҡыт Троицк, Әстрхан, Ырымбур ҡалаларында йәшәй һәм уҡыта.  

Яҙыусының юбилейына арнап Күстәнәй өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы “Алтынсарин ҡомартҡыһы” интернет-акцияһын үткәрҙе. Акцияла Рәсәй һәм сит илдә һуҡырҙар менән эшләүсе мәктәптәр, китапханалар һәм башҡа учреждениелар ҡатнашты. 

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла был акцияла сығыш яһаны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Ибрай Алтынсариндың шиғырҙарын уҡынылар.  

  

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.