Борай районында тифлосессия

2016 йылдың 25 октябрендә махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың Борай районында «Һаулығы сикле кешеләрҙе муниципаль китапханаларҙа хеҙмәтләндереү” тип аталған тифлосессия үткәрәсәк. Был сарала Борай районының администрация мәҙәниәт бүлеге башлығы Илгиз Харисов һәм китапхана директоры Миләүшә Янгированың да ҡатнашыуы планлаштырылған.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре дөйөм мәғлүмәт алыр өсөн һуҡырҙарға ниндәй һәм нисек уңайлыҡтар булдырыу хаҡында һөйләйәсәк.
Тифлосессия программаһында, шулай уҡ, һуҡыр балалар өсөн тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс, тифлокомментарийлы фильм ҡарау ҙа ҡаралған. Фильмға тифлокомментарийҙар һәм субтитрҙар махсус китапханала яҙҙырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.