Подведение итогов конкурса "Поверь в себя"

Подведение итогов конкурса "Поверь в себя"
2016 йылдың 1 декабрендә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, республиканың күреү һәләтенән яҙған балаларын, Кино йылына арналған “Үҙеңә ышан” ижади конкурстың тантаналы йомғаҡлау сараһына йыя. Инвалид балалар араһында уҙған ижади конкурс быйыл 10-сы тапҡыр ҡабатлана.
Конкурс Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана тарафынан 1 июндән алып 1 декабргә тиклем дауам итте.
Сараның төп маҡсаты – инвалид балаларҙы үҙҙәрен тулы шәхес итеп тойорға өйрәтеү, интеллектуаль яҡтан үҫтереү, йәмғиәткә яраҡлаштырыу, китапханаға ылыҡтырыу, китап уҡыуҙы әүҙемләштереү, виртуаль режимда мәғлүмәт алырға өйрәтеү.
Конкурстың номинациялары:
  • “Мин һине киноға алып барам”: тәүге тапҡыр киноға барғанды, фильмдың ҡыҫҡаса сюжетын һөйләү, яратҡан фильм тураһында шиғыр, эссе, очерк яҙыу.
  • “Пластилин сәнғәтендә йәнһүрәт”: кескәй формалы скульптура (пластилин, тоҙло ҡамыр һ.б.): панно, күләмле композициялар, яратҡан йәнһүрәт персонаждарының һындары.
  • “Мин яратҡан кино”: конкурс темаһы буйынса ҡулдан башҡарылған тактиль китап.
Республика конкурсында 39 район һәм ҡаланан 180-дән ашыу бала ҡатнашты. Төрлө номинацияла 160-тан ашыу ижади эш тәҡдим ителде.
Сарала Башҡортостан республикаһы министерство һәм идара вәкилдәре, конкурсты ойоштороусылар ҡатнаша.
Сара 12:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙасаҡ.
“Витамин заводы” туҡталышына тиклем һәр төрлө транспортта барырға мөмкин.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.