Мин һайлау хоҡуғына эйә.

Бөгөн 28-се интернат-мәктәптә һайлау хоҡуғы буйынса республика конкурсының 2-се туры үтте. Тәүге турҙа, конкурста ҡатнашыусылар, махсус китапхана сайтында, онлайн викторина һорауҙарына яуап биргәйнеләр.  

Конкурс һорауҙары ысынлап та еңелдән булманы. Викторинаға яуап бирер өсөн предметты белеү генә түгел, шулай уҡ логик фекер һәм эрудиция талап ителде.  

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын - Илмир Исмәғилевҡа, икенсе урын – Азат Зәкировҡа, өсөнсө урын – Эльвина Төмәнбаеваға бирелде. Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.  

Мәғлүмәт РБ ЦИК-тан алынды  ЦИК РБ

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.