Ночь искусств

Ночь искусств
Һуҡырҙарға республика милли симфоник оркестр концертын махсус китапхана  сайтында тыңлау мөмкинселеге асыла.
 
Сентябрҙә Өфө сәнғәт училище залында Башҡортостан республикаһының композиторҙар Союзы һәм милли симфоник оркестры «Башҡортостандың симфоник палитраһы” атамалы проект-концерт тәҡдим итте. Милли симфоник оркестр менән Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, «Сәнғәт төнө” бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә, сайтыбыҙҙың “Тыуған ерем музыкаһы” бүлегендә беҙ концерт  программаһында яңғыраған музыкаль әҫәрҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Пульт артында – окрестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов.
Сайтта, һынау өсөн, башҡорт композиторҙарының 30 секундлыҡ музыкаль әҫәрҙәре тәҡдим ителгән. Уларҙы ябай МР3 форматта тыңлап була. Әгәр ҙә әҫәр ҡыҙыҡһындырһа, уның тулы вариантын, өйҙә тифлофлешплеерҙа тыңлау мөмкинселеге биргән LKF форматта күсереп алырға була.
“Башҡорт ере музыкаль мәҙәниәт өлкәһендә киң танылыу алған эшмәкәрҙәрҙе аҙ тыуҙырманы. Уларҙың исемдәре республиканың милли ҡаҙанышына әүерелде. Концерт программаһында тәҡдим ителгән музыкаль жанрҙарҙың байлығы һәм төрлөлөгө Башҡортостандың мәҙәни палитраһына үҙенсәлек өҫтәй. Был бигерәк тә йәш быуынға бик мөһим хәл, сөнки был ваҡиғаларҙың үҙәгендә - илебеҙ яҙмышы, милли музыканың үткәнен һәм бөгөнгөһөн кәүҙәләндергән яңы биттәр” - ти милли симфоник оркестр директоры Алексей Воронин.
Концертта башҡорт композиторҙары Абрар Ғабдрахманов, Айрат Кәримов, Салауат Низаметдинов, шулай уҡ замандаштар Илдар Хисаметдинов һәм Рәшит Загановтарҙың ижады яңғыраны. Концерт был донъянан киткән композиторҙарҙың яҡты иҫтәлеге, замандаштарҙың әүҙем ижады булып торҙо.
Күренекле башҡорт композиторы һәм пианист Айрат Кәримовтың тыуыуына 75 йыл тулыу  айҡанлы, фронтовик-шағир Х. Ғиләжевтың “Ҡырҡ алтынсы һалдат” поэмаһы буйынса, “Ирлек” атамалы симфоник картина яңғыраны. Замандашыбыҙ Илдар Хисаметдинов J.S. Bash Galaxy яңы ижадының премьераһын тәҡдим итһә, Рәшит Заганов, иһә, “Салауат Юлаевҡа йыр” дүртенсе симфонияһын һынландырҙы. Заһир Исмәғилев традицияһын дауам итеүсе Абрар Ғабдрахмановтың “Вальс-фантазия” әҫәре һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер.
2013 йылда арабыҙҙан китеп барған бөйөк композитор Салауат Низаметдиновтың, етеп килгән 60 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, оркестр, 2011 йылда автор тарафынан тыуҙырылған иң яҡты һәм тормошсан әҫәрҙәренең береһе -  байрам увертюраһы “Башҡортостан” һәм “Ҡатын-ҡыҙ һынланған биш портрет” циклын башҡарҙы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.