Новости

19.10.2016
“Йәшә, китап!” акцияһы рамкаһында махсус китапханала ҡунаҡта 28-се мәктәп-интернат уҡыусылары булды.
Махсус китапхананың “Нур” балалар үҙәге үткәргән был акция Грецияның Рәсәйҙә, Рәсәйҙең Грециялағы йылына бағышланды.
01.09.2016
Выставочные работы
Мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең “Йылмайыу бүләк ит” күргәҙмәһе Өфө ҡалаһының художество галереяһында дауам итә. Өс залда 950-нән артыҡ эш тәҡдим ителә. Уларҙың авторҙрары – балалар һәм үҫмерҙәр, коррекция мәктәптәренән уҡытыусылар, мөмкинлектәре сикле булған оло йәштәге граждандарыбыҙ төрлө төбәктәрҙән йыйылған.
 
29.08.2016
Поездка в Красноусольск
24 август 17 кешенән торған төркөм Красноусольск санаторийына сәйәхәт ҡылды. Төркөмдө Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһынан Дина Конушкина һәм сурдотәржемәсе Алина Скурлыгина етәкләне.
 
25.08.2016
Айгиз Баймухаметов  в гостях у специальной библиотеки
24 август Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәш яҙыусы, журналист, Ш. Бабич ис. премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте.
23.08.2016
Грани профессионального сотрудничества
Август айында Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының директор урынбаҫары Пантелеева В.Н. «Хеҙмәттәшлек сиктәре. Һуҡырҙар өсөн китапхана һәм муниципаль китапханалар.” семинарында ҡатнашты. Был сара Пермь крайының Горнозаводск, Гермячинск,Ильинск үҙәк китапханалары базаһында уҙҙы.
 
19.08.2016
О достопримечательностях Уфы поможет узнать новое издание игры-лото
Өфөлә “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-баҫма комплексында яңы йүнәлеш асылды. Ул – “Өфөнөң иҫтәлекле урындары” тип аталған лото-уйын. Проекттың авторы һәм төҙөүсеһе - М. Аҡмулла ис. БДПУ- ның педагогия фәндәре кандидаты, кафедра доценты Екатерина Савельева.
 
11.08.2016
Встреча в читательском клубе
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҡыусылар менән осрашыу булып үтте. Сәй табыны артында яңы баҫмалар, илдә, республикала, донъяла барған хәл-ваҡиғалар хаҡында әңгәмәләшеүҙәр барҙы. 
04.08.2016
Ильгиз Ахмадеев
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында яңы күргәҙмә асылды. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарын үҙ эсенә алған 30-ҙан ашыу фотоһүрәт тәҡдим ителә. Уларҙың авторы – профессональ рәссам, фотограф һәм дизайнер – Илгиз Әхмәҙиев.
 
 
 
29.07.2016
Салават Низаметдинов
2013 йылдың 29 июлендә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, Ғ. Сәләм исемендәге, Дмитрий Шостакович ис. Рәсәй композиторҙары Союзы, халыҡ-ара “Филантроп” конкурсының тәүге премиялары лауреаты Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов был донъянан китеп бара.
 
21.07.2016
О творчестве русского композитора
21 июль Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Осрашыу танылған композитор Сергей Сергей улы Прокофьевтың тыуыуына 125 йыллыҡ юбилейға арналды.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.