Новости

25.02.2016
Он-лайн викторина
25 февраль 15:00 сәғәттә һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы, балалар араһында,  Джек Лондондың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған “Көслөләр һәм ҡыйыуҙар” әҙәби онлайн уйынын үткәрә. Уйын  Skype программаһы аша башҡарыласаҡ. 
18.02.2016
Акварель для души
Һуҡырҙар өсөн махсус башҡорт республика китапханаһы рәссам Юрий Бердышевтың “Күңел аквареле” исемле тәүге күргәҙмәһе өҫтөндә эш башланы.
Юрий Николай улы Бердышев 1952 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡа балалар кеүек үк мәктәпте тамамлаған, аҙаҡ әрме сафтарында хеҙмәт итә, тик рәсемгә булған һөйөүе менән тиңдәш малайҙарынан айырылып тора. 
 
 
10.02.2016
Наши читатели в музее им. М.В. Нестерова
10 февраль “ Асыҡ йөрәктәр клубы” рамкаһында Һуҡырҙар өсөн республика башҡорт махсус китапхана уҡыусылары М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт музейында булып ҡайтты.
 
04.02.2016
Международная научно-практическая конференция
4 февраль Өфөлә ислам сәнғәтенә бағышланған ғилми конференция уҙғарылды. Конференцияның төп маҡсаты булып исламда һәм сәнғәттә ғилми һәм мәҙәни диалогтың үҫеше, төрлө белем сфераһы тармаҡтарының һөҙөмтәһе менән танышыу, ғилми мәсьәләләрҙе нисек хәл итеү хаҡында әңгәмәләшеүҙәр алып барыу торҙо.
Бында тарихсылар, әҙәбиәтселәр, философтар, лингвистар һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
 
02.02.2016
Компьютер һөйөүселәр өсөн конкурс!
Хөрмәтле компьютер һөйөүсе китап уҡыусыларыбыҙ! Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең  республика башҡорт ойошмаһы һәм махсус республика башҡорт китапханаһы һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн "Минең дуҫым – компьютер" исемле асыҡ конкурс иғлан итә. 
01.02.2016
Бөтә йыһан роман жанрында
Егерме туғыҙынсы ғинуар беҙҙең китапхананың  Бәләбәй филиалында китап күргәҙмәһе асылды. Ул Рәсәй киноһы йылына бағышланған. Күргәҙмәнең маҡсаты – халыҡты Рәсәй кинематографына йәлеп итеү. Бында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн уңайлы китаптар күп.
 
25.01.2016
Ҡ. Аралбаевтың
Егерме алтынсы ғинуар һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пермияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевҡа 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, осрашыу үткәрә. Осрашыу барышында Ҡ. Аралбаевтың «Музей экспонаты» шиғыры буйынса әҙерләнгән китаптың презентацияһы үтәсәк.
 
 
20.01.2016
Халыҡ ынйылары
21 ғинуар көндө Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының юбилейҙарына арнап “Тыуған халҡым өсөн йырлайым...” исемле кисәләр циклы асыла.
 
19.01.2016
Кино йылына
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының Бәләбәй филиалында Совет һәм Рәсәй театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуровтың ижады тураһында ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.
Кисә Рәсәй киноһы йылы асылыуына бағышланды. Алып барыусы Лилиә Ғәрипова ҡунаҡтарға Совет һәм Рәсәй театр һәм кино актерының тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирҙе.
Ул кино өлкәһендә 80-дән ашыу роль башҡара, Никита Михалков, Андрей Кончаловский, Анджей Вайда, Петр Тодоровский кеүек режиссерҙар һәм башҡа мэтрҙар менән эшләй.
1 ғинуар уның 74 йәше. Сағыу, күп яҡлы талант, эшенә ҡарата оҫта һәм тоғро булыуы күп йылдар дауамында Сергей Шакуров тамашасыларҙың яратҡан һәм һорап алған Рәсәй актерҙарҙың береһе.
 
 
18.01.2016
Воскресные занятия для слепоглухих
17 ғинуар көндө Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында күреү һәм ишетеү мөмкинселектәре сикләнгәндәр өсөн Раштыуа байрамы үтте. Өфө епархияһының социаль бүлек етәксеһе протоиерей Вячеслав Архангельский йыйылыусыларға байрамдың сығанаҡтары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
 
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.