Күңел аквареле

Акварель для души
Ледоход. Ю. Бердышев
Вид из окна. Ю. Бердышев
Мельничное озеро. Ю. Бердышев
Һуҡырҙар өсөн махсус башҡорт республика китапханаһы рәссам Юрий Бердышевтың “Күңел аквареле” исемле тәүге күргәҙмәһе өҫтөндә эш башланы.
Юрий Николай улы Бердышев 1952 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡа балалар кеүек үк мәктәпте тамамлаған, аҙаҡ әрме сафтарында хеҙмәт итә, тик рәсемгә булған һөйөүе менән тиңдәш малайҙарынан айырылып тора. Был һөйөүе уны Өфөнөң 1-се художество гимназияһына инергә этәрләй. Әрмелә хеҙмәт иткән сағында ла рәсем менән булыша. “Ҡыҙыл мөйөш” өсөн стендтар биҙәй, плакаттар яһай. Хатта китап уҡырға ла өлгөрә. Бер ваҡыт шулай ҡулына яңылыш ҡына импрессионист рәссам Поле Гогоне хаҡындағы китап килеп эләгә. Шул мәлдән алып Бердышев импрессионистар ижадына ғашиҡ була. Әрменән һуң 23 йәшендә гимназияны тамамлай, әммә профессиональ рәссам булып китмәй. Яҙмыш уны аҡсалыраҡ һөнәрҙе һайларға мәжбүр итә. Сөнки уға, ир кеше булараҡ, ғаиләне лә ҡарарға кәрәк.
Һынлы сәнғәт тураһындағы хыял барыбер күңелендә ҡала. Ваҡыт үтеү менән был хыял тик көсәйә генә.  Юрий Бердышев акварель техникаһын ҡулланып этюдтар төшөрә башлай. Ни өсөн тап акварель һуң? Сөнки акварель  – һыу ярата. Уның төп сифаты – йомшаҡ, үтә күренмәле тон.
Бердышев аквареленең дә биҙәге уның йомшаҡлығында, нескә төҫтәрҙең бер-береһенә ҡушылып уйнауында.
Үҙенең эштәрен Юрий Николай улы тәүге тапҡыр тик 2015 йылда ғына күрһәтергә баҙнат итә.
Беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы рәссам донъяһына сумырға саҡырып ҡалабыҙ. Күргәҙмә, шәмбенән тыш, башҡа бөтә көндәрҙә лә 09:00 алып 18:00 тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы,47. “Витаминный завод” туҡталышы.
 
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.