Халыҡ ынйылары

Халыҡ ынйылары
21 ғинуар көндө Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының юбилейҙарына арнап “Тыуған халҡым өсөн йырлайым...” исемле кисәләр циклы асыла.
“Хәтер бар икән, халыҡ та йәшәй” тормош постулатына нигеҙләнеп башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, яҙыусы Ғәли Соҡоройҙоң 190 йыллығына арналған “Ғәли ынйылары” исемле кисә асыла.
Билдәле ғалим, яҙыусы, суфый шағир, XIX-сы быуат мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы), Мөхәммәт Али бен Сәлих бен Абдаллах бен Шәриф бен Кейек аль-Соҡори Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке соҡор ауылында тыуған.
Беҙҙең замандашыбыҙ, Амстердам университеты профессоры Михаэль Кемпер фекеренсә, Ғәли Соҡорой үҙенең шиғриәтендә урыҫ халҡы менән татыу йәшәүҙе генә сағылдырып ҡалмай, ә Поволжье һәм Урал аръяғы мосолмандарында мөһим “болғар” патриотлыҡ билдәләрен тәрбиәләй. Уның әҫәрҙәре Рәсәй мосолмандарының мәҙәни һәм ижтимағи потенциалға көслө ышаныуын сағылдыра. Йәшәү дәүерендә үк Ғәли Соҡорой үҙенең әҫәрҙәре менән башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Әлеге ваҡытта ла ҡайһы бер әҫәрҙәре баҫылмаған, ҡайһы берҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Уның ҡулъяҙмалары Ҡазан, Санкт- Петербург, Өфө ҡалалары музейҙарында һәм китапханаларында һаҡлана.
Поэтик кисә барышында ҡунаҡтарыбыҙҙы Волга-Урал регионы суфый шағирының киң билдәле әҫәрҙәре менән таныштырабыҙ, 2010 йылда “Башҡортостан” дәүләт теле-радио компанияһы тарафынан Ғәли Соҡорой тормошо тураһында документаль фильм күрһәтелә. Беҙҙең насар күреүсе һәм күрмәгән уҡыусыларыбыҙ өсөн башҡорт мәғрифәтсеһе тураһында  “Йырауҙар. Сәсәндәр. Мәғрифәтселәр ” китабының ҡайһы бер тауышлы бүлектәрен бүләк ителә. 
Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса 14 сәғәттә башлана.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин завод” туҡталышына тиклем.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.