Фронт хаттары

Ҡ. Аралбаевтың
Егерме алтынсы ғинуар һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пермияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевҡа 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, осрашыу үткәрә. Осрашыу барышында Ҡ. Аралбаевтың «Музей экспонаты» шиғыры буйынса әҙерләнгән китаптың презентацияһы үтәсәк.
2015 йылда, «Йәшә, китап!» акцияһы барышында, һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы, Өфө уҡыу йорттарының волонтерҙары ҡатнашлығында ике китап әҙерләне. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған тағы бер китап Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарына нигеҙләнгән. Презентация барышында башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы үҙенең һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы, ижады тураһында һөйләйәсәк. Лицей уҡыусылары ололарҙан ишеткән хәбәрҙәрҙән, уҡыған китаптарҙан, ҡаралған фильмдарҙан сығып, һуғыш хаҡындағы уй-тойғолары менән бүлешәсәк.
«Содружество» Өфө лицейы уҡыусылары «Фронтҡа хаттар» тип аталған проектын тәҡдим итәсәк. Проект балаларҙың ата-бабаларына, туғандарына, билдәле һәм билдәһеҙ геройҙарға яҙған хаттарынан тора. Һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында был хаттар дискка яҙҙырылған. Уны китапхана хеҙмәткәрҙәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренә һәм «Содружество» лицейы уҡыусыларына бүләк итәсәк. Осрашыу Өфөнөң  егерме һигеҙенсе коррекцион һуҡырҙар һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн мәктәп-интернатында уҙғарыласаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.