Күңелдең илаһи ижады. Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған кисә.

«Души прекрасное творение» Вечер памяти Загира Исмагилова

Быйыл бөйөк композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына теүәл 100 йыл тула. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы шәхес иҫтәлегенә бағышлап кисә үткәрҙе.

Башҡорт опера музыкаһының үҫеше Заһир ағайҙың исеме менән бәйле. Оло сәнғәттә композиторҙың юлы ҡурайҙан алып операға тиклем һалынған.

Ижады менән ҙур-ҙур аудиторияларҙы яулай, халыҡ күңелендә мәңге балҡыясаҡ нур булып ҡала ул.

Милли опера, камера-вокал, хор һәм ҡораллы музыкаға индергән өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ижадында патриотик, милләт, мөхәббәт, дуҫлыҡ идеялары ярылып ята. Рус классиктарының йолаһын, тарихи һәм музыкаль-драматик концепцияларын дауам итә. Композиторҙың әҫәрҙәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡарыла.
Китапхана сайтының “Мин симфония тыңлар инем” бүлегенә Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһына яҙылған увертюраһы ингән.
Кисәнең ҡунаҡтары ижадсының операларынан ариялар, йырҙар, музыкаль композицияларын тыңланылар. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улына арналған шиғырҙар һөйләнеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.