Махсус китапханала һүҙлек баҫтырылды.

Библиотекой издан словарь для незрячих

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Брайль шрифты менән Башҡорт-рус һәм Рус-башҡорт һүҙлеген сығарҙы. Башҡорт-рус һүҙлеге телсе, ғалим, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор М. Ғ. Усманова тарафынан төҙөлһә, рус-башҡорт һүҙлегендә уға педагогия фәндәре докторы, профессор-консультант, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Саяхова Л. Ғ. Авторҙаш булып тора. 

Һүҙлектә бшҡорт һәм рус телдәренән 15 меңдән ашыу һүҙ, фразеологик берәмектәр һәм һүҙбәйләнештәр тупланған. 

Һүҙлек – китаптың китабы. Алфавит тәртибендәге барлыҡ йыһан, - тип әйткән Анатоль Франс. Был ысынлап та шулай. Сөнки, бер телде лә һүҙлекһеҙ өйрәнеп булмай. 

Беҙҙең дәүләт ике официаль тел йөрөтә. Күпэшмәкәрлек өлкәләрендә ике телде лә яҡшы белеү мөһим.  

Төҙөүсе-авторҙарға китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, студенттар ҙа, уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Был һүҙлектәр хәҙер күреү һәләтенән яҙған ҡәрҙәштәребеҙ өсөн дә асыҡ булыуы бик ныҡ ҡыуандыра.  

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.