Новости

20.08.2023
Исторический калейдоскоп ко Дню Государственного флага России
22 август махсус китапханала "Рәсәй күңеле уның символдарында" тарихи калейдоскоп үтәсәк. Сара Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арнала. 
Рәсәй дәүләт флагы XVII-XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ул  "Бөркөт" хәрби кораблендә күтәрелә. 
Китапханасылар ҡунаҡтарға дәүләт символдарының барлыҡҡа килеү тарихы, уның үҙгәреше тураһында һөйләйәсәк. Совет шағирҙарының флаг тураһында шиғырҙары яңғыраясаҡ. Теләүселәр викторинала ҡатнаша ала. 
Сара Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса, 15:00 сәғәттә башлана.
18.08.2023
Книжная выставка «История российского флага – судьба государства»
Махсус китапхана абонементы ҡунаҡтары иғтибарына "Рәсәй флагы тарихы - дәүләт яҙмышы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
1941 йылдың 22 авгусы - Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата. Сирек быуат элек рәсми рәүештә Рәсәй флага раҫлана. Был ваҡиға илебеҙ үҫешендә ҙур үҙгәрештәрҙе символлаштыра. Рәсәй триколоры - иң мөһим милли символдарҙың береһе. Ул Бөйөк Рәсәйҙе һынландыра, халҡыбыҙҙы берләштерә, батырлыҡҡа әйҙәй, матур киләсәккә ышанысты нығыта. 
10.08.2023
Этнографический круиз «Народы родной земли»
9 август махсус китапханала "Тыуған ерем халҡы" этнографик круизы үтте. Сара Халыҡ-ара төп халыҡтар көнөнә арналды. 
Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше һәм йолалары менән айырылып торған халыҡтарҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. 
Ҡунаҡтар Башҡортостандың күп милләтле халыҡтарҙың йолалары менән танышты. Республикала йәшәүсе халыҡтарҙың үткәненә сумды. 
08.08.2023
Этнографический круиз в Международный день коренных народов мира
Рәсәй - төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше, мәҙәниәте, йолалары менән бер-береһенән айырылып торған төрлө халыҡтар иле. Рәсәй иленең көсө лә халыҡтар араһындағы ныҡлы дуҫлыҡта. Бер-береңде яҡшы аңлау өсөн башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡағылыу мотлаҡ. 
9 август, Халыҡ-ара донъя төп халыҡтар көнө, махсус китапханала этнографик круиз үтәсәк. Сәйәхәт беҙҙең йәмле Башҡортостан Республикаһы буйлап барасаҡ. 
07.08.2023
Всероссийский марафон донорства костного мозга
Федераль медик-биология агентлығы, һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү һәм популярлаштырыу сиктәрендә Рәсәй территорияһында үҙ теләге менән донор булыу программаһын үткәрә. Проект уҡытыусылар йылына бағышлана һәм Регистр базаһына саралар ярҙамында донорҙар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ойоштороусылары: ФМБА, ҡан донорлығы буйынса Координация советы, "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү милли фонды", "Милли футбол лигаһы" профессиональ футбол клубы ассоциацияһы.
01.08.2023
Час исторической памяти
1 август махсус китапханала "Онотолған һуғыш юҡ, онотолған геройҙар юҡ" тарихи сәғәте үтте. Сара Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды. 
Сара барышында китапханасылар Беренсе донъя һуғышының тарихы, төп ваҡиғалары тураһында һөйләнеләр. 
28.07.2023
Литературный час "Листая книг его страницы"
Махсус китапханала Владимир Короленконың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған әҙәби сәғәт үтте. Владимир Галактион улы Житомир ҡалаһында 15 июль донъяға килә. Гимназияла уҡыу Житомирҙа башлана. И. Тургенев прозаһы, Н. Некрасов шиғриәте, Н. Добролюбов мәҡәләләре Короленконы әҙәбиәткә алып килә. 1871 йылда гимназияны көмөш миҙалға тамамлай һәм Петербург технологик институтҡа уҡырға инә. Әммә аҡса етмәгәнлектән уҡыуын ташлай һәм эшкә төшөргә мәжбүр була. Корректор һәм чертежник булып эшләй.
27.07.2023
Объявление
31 май китапхана эшләмәй. Китапханала санитар көн. 
Администрация.
 
 
27.07.2023
Прошел библиотерапевтический тренинг
Махсус китапханала "Тойғолар донъяһы" библиотерапевтик тренинг үтте. 
Тренингта ҡатнашыусылар махсус китапхана психологы ярҙамында парлашып та, индивидуаль рәүештә лә үҙ өҫтөндә эш алып барҙылар. Практик эш эмоциялар менән эшләүгә, социаль компетенцияны киңәйтеүгә йүнәлтелде.
24.07.2023
Музыкотерапия в инклюзивном арт-клубе
Махсус китапханала "Илһам" инклюзив арт-клуб рамкаһында уҡыусылар менән тематик осрашыу үтте. Осрашыу темаһы: дауалау ысулы булараҡ музыкаль терапия. 
Китапханасылар Пифагор, Платон һәм Аристотель замандарынан үткәрелгән музыкаль терапия тураһында һөйләне. Билдәле врач Авиценна нервы системаһы ауырыуҙарын дауалағанда музыка ҡуллана. 
Музыкотерапия тураһында хатта махсус йыйынтыҡтар, айырым коллекциялар бар. Ҡайһы бер музыка жанрҙары тынысландыра, дөйөм кәйеф фонына ыңғай йоғонто яһай. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.