Инклюзив арт-клубта музыкаль терапия 

Музыкотерапия в инклюзивном арт-клубе
Махсус китапханала "Илһам" инклюзив арт-клуб рамкаһында уҡыусылар менән тематик осрашыу үтте. Осрашыу темаһы: дауалау ысулы булараҡ музыкаль терапия. 
Китапханасылар Пифагор, Платон һәм Аристотель замандарынан үткәрелгән музыкаль терапия тураһында һөйләне. Билдәле врач Авиценна нервы системаһы ауырыуҙарын дауалағанда музыка ҡуллана. 
Музыкотерапия тураһында хатта махсус йыйынтыҡтар, айырым коллекциялар бар. Ҡайһы бер музыка жанрҙары тынысландыра, дөйөм кәйеф фонына ыңғай йоғонто яһай. 
Рәсәйҙә тәүге ғилми эштәр 19 быуат аҙағы, 20 быуат башында килеп сыға. В. М. Бехтерев, И. М. Догель, И. Р. Тарханов эштәрендә музыканың үҙәк нервы системаларына, тын алышҡа, ҡан әйләнешенә яҡшы йоғонто яһауы тураһында билдәләмәләр бирелә. Рәсәйҙә музыкотерапия рәсми дауалау методы булып Минздрав тарафынан 2003 йылдың 8 апрелендә иғлан ителә. 
Ҡунаҡтар иғтибарына И. С. Бах, П. И. Чайковский, И. Кальман, И. Штраус әҫәрҙәре тәҡдим ителде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.