"Тыуған ерем халҡы" этнографик круиз 

Этнографический круиз «Народы родной земли»
9 август махсус китапханала "Тыуған ерем халҡы" этнографик круизы үтте. Сара Халыҡ-ара төп халыҡтар көнөнә арналды. 
Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше һәм йолалары менән айырылып торған халыҡтарҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. 
Ҡунаҡтар Башҡортостандың күп милләтле халыҡтарҙың йолалары менән танышты. Республикала йәшәүсе халыҡтарҙың үткәненә сумды. 
Сара аҙағында "Ҡурай" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса йәнһүрәт күрһәтелде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.