Тарихи хәтер сәғәте 

Час исторической памяти
1 август махсус китапханала "Онотолған һуғыш юҡ, онотолған геройҙар юҡ" тарихи сәғәте үтте. Сара Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды. 
Сара барышында китапханасылар Беренсе донъя һуғышының тарихы, төп ваҡиғалары тураһында һөйләнеләр. 
Рәсми официаль дата 2013 йылдың 1 авгусынан алып билдәләнә. Был һуғыш миллионлаған кеше ғүмерен өҙә һәм донъяның  сәйәси картаһын үҙгәртә: дүрт империя ҡолатыла, яңы дәүләттәр барлыҡҡа килә. Европала башланған һуғыш яйлап Алыҫ һәм Яҡын Көнсығышты, Африканы, Атлантик, Тыныс, Төньяҡ Боҙло һәм Һинд океанын биләп ала. Рәсәй Беренсе донъя һуғышында 2 миллион кешеһен юғалта, 3 миллионы әсиргә алына, ябай халыҡтан 1 миллионға барып етә. Фронтҡа үҙ теләге менән рәссамдар, яҙыусылар һәм шағирҙар китә. 
Уҡыусылар һәм китапханасылар Көмөш быуат шағирҙарының шиғырҙарын иҫкә алдылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.