Донъялағы төп халыҡтар көнөндә этнографик круиз

Этнографический круиз в Международный день коренных народов мира
Рәсәй - төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше, мәҙәниәте, йолалары менән бер-береһенән айырылып торған төрлө халыҡтар иле. Рәсәй иленең көсө лә халыҡтар араһындағы ныҡлы дуҫлыҡта. Бер-береңде яҡшы аңлау өсөн башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡағылыу мотлаҡ. 
9 август, Халыҡ-ара донъя төп халыҡтар көнө, махсус китапханала этнографик круиз үтәсәк. Сәйәхәт беҙҙең йәмле Башҡортостан Республикаһы буйлап барасаҡ. 
Китапханасылар байрам тарихы, республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге, уларҙың тарихы һәм йолалары, халыҡ һөнәрҙәре һәм фольклоры тураһында һөйләйәсәк. Башҡортостан халыҡтарының әкиәттәре һәм легендалары яңғыраясаҡ. Сара аҙағында "Ҡурай тураһында әкиәт" йәнһүрәте күрһәтеләсәк. 
Сара 15:00 башлана. Адресыбыҙ: Өфө, Киров урамы, 47.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.