Новости

13.06.2023
Урок мужества «Война! Страшнее слова нет!»
Бөгөн махсус китапханала сираттағы ирлек дәресе үтте. 
"Эҙләү" отряды командиры Елена Вязовцева йәйге мәктәп лагеры ҡатнашыусыларына тәүге һуғыш көндәренең фажиғәһе тураһында һөйләне. Фашистарҙың баҫып инеү планы менән таныштырҙы. 
Документаль кинохроника тыңлаусыларҙы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың, партизандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең тарихи иҫтәлектәре менән таныштырҙы. Ирлек дәресе аҙағында тактиль күргәҙмә тәҡдим ителде.
13.06.2023
Участие в работе библиотечного конгресса
12 июнь С. М. Киров исемендәге Мурманск өлкә мәҙәниәт һәм халыҡ ижады һарайында Бөтә Рәсәй конгресын тантаналы асыу булды. 
Конгресс эшендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминова ҡатнашты. 
Быйыл Конгресс Мурманск өлкәһенең 85 йыллығына һәм Мурманск дәүләт өлкә универсаль ғилми китапхананың 85 йыллығына арналды. 
Конгресты асыу буйынса материалдар һылтанма (ссылка) буйынса.
12.06.2023
День России
12 июнь илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
 
09.06.2023
Ко Дню России
12 июнь илебеҙ мөһим дәүләт байрамын билдәләй. Рәсәйҙең үҙаллылығы - ауыр хеҙмәт һәм юғалтыуҙар һөҙөмтәһе. Бөгөнгө көндә был байрам - азатлыҡ, граждандар тыныслығы байрамы. 
9 июнь махсус китапханала байрам программаһы үтте. Ҡатнашыусылар байрамдың килеп сығыу тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Рәсәй тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. 
Ошо уҡ көндө, 12 июнь, Өфөнөң тыуған көнө билдәләнә. Китапханасылар "Минең Өфөм" викторинаһын әҙерләне. 
08.06.2023
Объявление
 
"Рәсәй көнө" байрамына бәйле, 10,11,12 июнь китапханала ял көнө. 
13 июнь - эш көнө. 
Администрация
08.06.2023
Тифлосессия в городе Белорецк
14 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгестәре Белорет ҡалаһында "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәни ял учреждениелары" тифлосессияһын үткәрәсәк. Тифлосессияла Башҡортостан республика ҡала һәм райондары дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларынан белгестәр ҡатнашасаҡ. 
Китапханасылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыуға бәйле һорауҙарҙы ҡараясаҡ. 
Ҡатнашыусылар һуҡырҙар өсөн адаптив һәм виртуаль мәғлүмәт биреү үҙенсәлектәре тураһында беләсәк. 
08.06.2023
Обзор литературы «Поэт и герой Салават Юлаев»
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына "Шағир һәм герой - Салауат Юлаев" әҙәбиәткә күҙәтеү тәҡдим итә. 
Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 (27) июнендә Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй ауылында донъяға килгән. Тәкәй ауылы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған. Пугачёв восстаниеһы ваҡытында уны, башҡа ауылдар кеүек үк, Екатерина Великая армияһы тарафынан яндырыла. 
07.06.2023
Прошла тифлосессия в Мишкино
7 июнь, методик эшмәкәрлек сиктәрендә, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре  "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн муниципаль китапханалар" тифлосессияһын үткәрҙе. Семинарҙа Мишкә районы дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашты. 
06.06.2023
Литературно-краеведческий час о Салавате Юлаеве
Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы, сәсән шағир. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр хәрәкәте ҡатнашыусыһы. Уның иҫтәлегенә беҙҙең әҙәби сәғәт арнала. 
16 июнь китапханасылар милли батырыбыҙҙың ижады, хәрби юлы тураһында һөйләйәсәк. Презентация материалдары буйынса уҡыусылар легендар батыр тураһында беләсәк. Салауат Юлаев бөйөк хәрби генә түгел, шулай уҡ ул яҡшы шағир ҙа. Ҡурай моңона уның бер-нисә билдәле әҫәре яңғыраясаҡ. 
06.06.2023
Пушкинский день в специальной библиотеке
Тап бөгөн, 6 июнь (яңы стиль буйынса) 1799 йылда, Мәскәүҙә Александр Пушкин донъяға тәүге ауаздарын һалған. Совет дәүерендә был байрам Пушкин шиғриәт байрамы булараҡ билдәләнгән. Был ваҡиға Сталин терроры ваҡытында ла тантаналы рәүештә үткәрелгән. Бөйөк шағир, драматург һәм прозаик Александр Сергей улы Пушкин беҙҙең заман рус телен тыуҙырыусы тиһәң дә хата булмаҫ. Китапханасылар ойошторған тура эфирыбыҙ ҙа Бөйөк рус шағирына бағышланды. Балалар өсөн викторина ойошторолдо.  

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.