Новости

09.05.2023
С Днем Победы!
Хөрмәтле уҡыусылар!
Бөйөк Еңеү байрамы менән!
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет Армияһы һәм совет халҡы нацист Германияһын еңеүе  менән!
Ата-олатайҙарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы, тылда эшләүселәрҙең тырышлығы онотолмай, улар халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылған. Атай-олатайҙарыбыҙҙың илбаҫар дошманды еңеүенең 69 йыллығын ҡаршылайыҡ. Ваҡыт ағымында бәләкәй генә бер тамсы был йылдар. Ныҡлы әҙерлекле дошманға йәне-тәне менән ҡаршы тороп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны булған быуындың баһаһын тулы аңлау өсөн артығы менән еткәндер был ваҡыт. Тыуған ил, беҙ - тыуыр балалары өсөн ғүмерҙәрен һалдылар, әммә еңделәр.
 
05.05.2023
Тактильная выставка «Май 45-го года»
4 май махсус китапханала "Башҡортостан республикаһында Рәсәй эҙләү хәрәкәте"нең төбәк бүлеге менән берлектә  "45-се йылдың майы" күсермә тактиль күргәҙмәһе эшләйәсәк. 
04.05.2023
Объявление
Хөрмәтле ҡулланыусылар! 
6,7,8,9 май - Еңеү көнө айҡанлы, китапханала ял көндәре. 
10 май - эш көнө. 
Администрация
04.05.2023
Патриотическая беседа «Дорогая сердцу книга о войне»
Тарих дәреслектәрендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бик ентекле яҙылған. Әммә ләкин һуғыш тураһында нәфис әҙәбиәт тә бик күпте һөйләй. Махсус китапхана 126-сы мәктәптең 6А класс уҡыусылары өсөн патриотик әңгәмә уҙғарҙы. 
Китапханасы Татьяна Резяпкина Борис Васильевтың тормошо һәм ижад юлы, "Таңдар бында һәр саҡ тыныс" әҫәре, Михаил Шолоховтың "Кеше яҙмышы", Константин Симоновтың "Тереләр һәм үлгәндәр", Александр Твардовскийҙың "Василий Тёркин"ы тураһында һөйләне. 
04.05.2023
Осторожно мошенники!
Дуҫтар! Һаҡ булығыҙ! Алдаусыларға тотолмағыҙ! 
Һуңғы арала телефон аша алдаусылар күбәйҙе. Кешеләргә билгеһеҙ номерҙан шылтыраталар һәм хоҡуҡ һаҡсылары органдары булып үҙҙәрен таныштыралар. Аҙаҡ алдаҡ менән аҡса һығалар. 
Алдаусылар бигерәк тә ауыртҡан яҡҡа һуғалар - финанс һәм һаҡлау яҡлашыу тәҡдим итәләр. 
Дуҫтар! Бындай алдауҙарға ышанмауығыҙҙы һорайбыҙ. Һәр банктың үҙ ҡыҙыу линияһы бар. Әгәр һеҙгә шылтыратып, карта номерын һорайҙар икән, трубканы һалығыҙ һәм ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ. 
02.05.2023
Передвижная тактильная выставка «Май 45-го года»
4 май махсус китапханала "Башҡортостан республикаһында Рәсәй эҙләү хәрәкәте"нең төбәк бүлеге менән берлектә  "45-се йылдың майы" күсермә тактиль күргәҙмәһе эшләйәсәк. 
01.05.2023
Выставка фотопроекта «Солдаты Победы»
 
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышының 78 йыллыҡ юбилейына арналған "Еңеү һалдаттары" фотопроектының ике күргәҙмәһе эш башланы. Экспозициялар һуғыш йылдарындағы яҡташтарыбыҙҙың тарихи фоторәсемдәренән тора. Шулай уҡ Рәиф Бадыҡов, Елена Болдырева, Рәмил Килмәмәтов, Тамара Андреева, Светлана Комкова, Рәмил Нафиҡов, Юрий Пичугин кеүек фоторәссамдарҙың  ветерандарҙың әлеге тормошо, Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамы тураһындағы эштәре лә күргәҙмәлә урын ала. 
Экспозициялар киләһе урындарҙа эшләй: 
30.04.2023
Продолжаем повышать свою цифровую компетенцию.
Дүртенсе йыл махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында һуҡырҙарға смартфон һәм компьютер өйрәтеү буйынса курстар үтә. Бына әле лә сираттағы төркөм уҡыуын тамамлай. Беҙҙең төбәк тренер - Юрий Панчишин. 
#библиотекадляслепых 
#модельнаябиблиотека
28.04.2023
Акции ко Дню Победы
"Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр хәрәкәте Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ҡарата саралар үткәрә. 
27.04.2023
Книжная выставка «О, я недаром в этом мире жил!»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементында "Был донъяла юҡҡа йәшәмәнем" китап күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә рус шағиры һәм тәржемәсе Николай Заболотскийҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышлана. 
Николай Алексей улы Заболоцкий (1903-1958) - рус шағиры, тәржемәсе, "Игорь полкы тураһында һүҙ"ҙең шиғри тәржемәсеһе. 
Бала сағы Ҡазан яҡтарында үтә. Өсөнсө класта уҡығанда ул ҡулдан яҙылған журнал эшләй. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.