Новости

27.04.2023
Бенефис одного читателя. Надежда Пушкарева
27 апрель "Бер уҡыусы бенефисы" сиктәрендә махсус китапханала Надежда Иван ҡыҙы Пушкареваның кисәһе үтте. 
Надежда Пушкарева махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы, "Дуҫтар тауышы" вокал ансамбле ҡатнашыусыһы. Уны ҡотларға яҡындары, класташтары һәм элекке дуҫтары килде. Бенефистың музыкаль өлөшөндә рус һәм совет шағирҙарының шиғырҙарына яҙылған йырҙар һәм романстар яңғыраны. 
26.04.2023
"Актырнак" в специальной библиотеке
26 апрель, халыҡ-ара оҙатыусы эттәр көнөндә, "Аҡтырнаҡ" клубы хужалары махсус китапханала байрам программаһына дуҫтарын йыйҙы. 
Бөгөнгө көндә клуб 11 ҡаланан 27 төрлө оҙатыусы эттәрҙе берләштерә. 
Әңгәмә алдынан, ветеринар Евгения эттәрҙе ҡарап сыҡты һәм кәңәштәрен бирҙе. Аралашыу барышында, алып барыусылар эттәр өсөн шаян конкурстар үткәрҙе. Ҡатнашыусылар эт хужаларының ижады менән танышты. Шулай уҡ, рус һәм татар телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. 
25.04.2023
Клуб любителей фантастики «Галактика»
К 115-летию со дня рождения писателя-фантаста Ивана Ефремова, в рамках клуба любителей фантастики «Галактика» специальной библиотеки на платформе социальной сети «Одноклассники» прошел дискуссионный стол «Человек эры кольца». Иван Антонович (Антипович) Ефремов - русский советский писатель-фантаст, учёный-палеонтолог, создатель тафономии; философ-космист и социальный мыслитель, лауреат Сталинской премии второй степени. Родился 22 апреля 1908 году, в деревне Вырица Царскосельского уезда Петербургской губернии в семье лесопромышленника.
24.04.2023
В Международный день собаки-поводыря
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Аҡтырнаҡ" оҙатыусы-эттәр клубы хужаларын ҡаршылай. 
26 апрель махсус китапханала оҙатыусы-эттәр көнөнә бағышланған сара үтәсәк. "Аҡтырнаҡ" клубы төрлө ауыл һәм ҡалаларҙа дуҫтарын байрамға саҡыра. 
Сара программаһында оҙатыусы-эттәр өсөн конкурстар, уларҙың хужаларынан ижади номерҙар, викторина көтөлә. 
Шулай уҡ бисер менән үреү мастер-класы сиктәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгенә фото сәйәхәт буласаҡ. 
24.04.2023
Конкурс "Этноперо"
Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министрлығы һәм Свердловск өлкә милләт-ара китапхана "Этноҡаурый" конкурсын ойоштора. Эштәр ике номинацияла ҡабул ителә: 
• "Төп конкурс" номинацияһы
Конкурс эштәре Рәсәй халыҡтары, уларҙың тарихы һәм көнкүреш мәҙәниәте менән бәйле булырға тейеш. 
• "Этник фэнтези" номинацияһы
Был номинация сиктәрендә этник фэнтези жанрында башҡарылған эштәр ҡабул ителә. 
Тулыраҡ мәғлүмәт Конкурстар бүлегендә.
20.04.2023
В День национального костюма
21 апрель Башҡортостан республикаһында Милли костюм көнө билдәләнә. Был көн тағы бер тапҡыр халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә әйләнеп ҡарарға мөмкинселек бирә. Байрам республикала йылына ике тапҡыр үтә - апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Халыҡ костюмы мозаикаһы" фольклор флешмобы уҙғарылды. Унда махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә ҡаршыланы.
20.04.2023
Вести из филиалов: Белорецк
Милли кейем көнөндә махсус китапхананың Белорет филиалында "Теләк ҡурсағы" инклюзив мастер-класы үтте. 
Теләк ҡурсағы яҡты хыялдарҙы, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшләнелә. 
Мастер-класты Ломовка ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Штырляева Светлана Виктор ҡыҙы һәм "Ун ҡул" сәнғәт клубы етәксеһе Ватагина Кристина Гаврил ҡыҙы алып барҙылар. 
19.04.2023
19 апрель махсус китапханала, Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, "Һүнмәҫ йондоҙ" әңгәмәһе үтте. Сара "Илһам" клубы сиктәрендә уҙғарылды. 
Китапханасылар башҡорт яҙыусыһының тормош юлы, ижады менән таныштырҙы. 
Дауыт Юлтый күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемде ул атаһынан ала. Бер-нисә йыл тыуған ауылында уҡый, һуңынан Сорочинск мәҙрәсәһенә күсә. 11 йәшендә үк шиғырҙар яҙа башлай. 
19.04.2023
Объявление


Хөрмәтле ҡулланыусылар!
21 апрель Ураҙа байрамы айҡанлы китапхана 20 апрель сәғәт 17:00 тиклем эшләй.

18.04.2023
Прошел очередной квест «Прогулка в темноте»
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Уйын Пушкин картаһы буйынса урта-махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн үтте. 
Квеста ҡатнашыусылар, китапхана етәкселәре аҫтында һәм үҙаллы ла, дөм ҡараңғыла  бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. 
Уйын аҙағында тифлокомментарийлы йәнһүрәт күрһәтелде.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.