Новости

29.06.2023
Мероприятие Уфимской городской организации инвалидов «МИР»
5 июль Родина кинотеатрында "Тыныслыҡ" дуҫтарын йыя" ижади сараһы үтәсәк. Адресы: Ленин урамы, 42 (Ҡыҙыл зал). Башланыу ваҡыты: 17:30. Инеү бушлай. 
Һеҙҙе ойошманыҡылар менән осрашыу көтөп ҡала. Шулай уҡ, яҡшы йырҙар һәм иң яҡшы мәлдәрҙе иҫләү буласаҡ. 
Ижади кисә аҙағында Светлана Комкованың "Рәсәй параспорты" документаль фильмының презентацияһы үтәсәк. Фильм тура тифлокомментарий менән оҙатылып барасаҡ. 
Осрашыуҙа күрешеүгә шат булып, көтөп ҡалабыҙ.
26.06.2023
Объявление
Хөрмәтле уҡыусылар! 
27.06.2023 китапхана эшләмәй. 
28.06.2023 - "Ҡорбан-байрам" айҡанлы шулай уҡ ял көнө.
 
 
23.06.2023
Виртуальная выставка по произведениям Эриха Ремарка
Эрих Мария Ремарк - Рәсәйҙә яратып уҡылған немец яҙыусыһы. Совет быуынында ғына түгел, йәштәр ҙә уны ихлас ҡабул итә. "Көнбайыш фронтта үҙгәрешһеҙ" романы ХХ быуаттың иң популяр антихәрби романы һанала. Ә бит үҙ ваҡытында был әҫәрҙе бөтөнләй баҫтырырға теләмәйҙәр. Һәм ошоноң менән ҙур хата эшләйҙәр. 1930 йылда Голливуд фильм төшөрә һәм ике "Оскар"ға лайыҡ була. 
22.06.2023
В День памяти и скорби
1941 йылдың 22 июне - илебеҙ тарихында иң ауыр даталарҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 
22 июнь махсус китапханала "Тарихыбыҙҙың ҡайғы көнө"  хәтер сәғәте үтте. Китапханасылар Бөйөк Ватан һуғышының тәүге сәғәттәре, совет халҡының батырлығы, ирлеге һәм ныҡлығы тураһында һөйләне. Махсус күҙәтмәлә  уҡыусыларға һуғыш темаһына арналған китаптар тәҡдим ителде. 
"Тауыштан уҡыу" режимында һуғыш балаларының һәм тыл ветерандарының иҫтәлектәре яңғыраны. Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы.
20.06.2023
II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».

19-21 октябрь "Торатау" Конгресс-холында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе  үтәсәк. 
Форум - инвалидтарҙы реабилитациялау һәм адаптивлаштырыу һорауҙарын ҡарау өсөн уңайлы майҙан. 

19.06.2023
Книжная выставка произведений Наиля Гаитбаева
Махсус китапхана абонементы башҡорт драматургы, прозаик, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә аса. 
Наил Әсхәт улы 1966 йылда Сибай урта мәктәбен тамамлап Магнитогорск тау металлургия институтында инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. Киселёв машина төҙөү заводында һөнәрсе, биләмә башлығы, баш механик, аҙаҡ башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында өлкән механик, өлкән инженер булып эшләй. 
16.06.2023
В день рождения Салавата Юлаева
Башҡорт халыҡ геройы, сәсән-шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә махсус китапханала әҙәби сәғәт үтте. 
Салауат Юлаев башҡорт халҡының хәтерендә мәңге йәшәйәсәк. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул хәрбиҙәрҙе етәкләй һәм изге эш өсөн көрәшә. Ул тыуған еренә арнап шиғырҙар ҙа яҙа. 
14.06.2023
В городе Белорецк прошла тифлосессия
14 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы һәм Борисевич Ирина Михаил ҡыҙы Белорет ҡалаһына тифлосессияға барып ҡайттылар. Сарала Башҡортостан республикаһы ҡалаларынан һәм райондарынан дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашты. 
13.06.2023
Урок мужества «Война! Страшнее слова нет!»
Бөгөн махсус китапханала сираттағы ирлек дәресе үтте. 
"Эҙләү" отряды командиры Елена Вязовцева йәйге мәктәп лагеры ҡатнашыусыларына тәүге һуғыш көндәренең фажиғәһе тураһында һөйләне. Фашистарҙың баҫып инеү планы менән таныштырҙы. 
Документаль кинохроника тыңлаусыларҙы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың, партизандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең тарихи иҫтәлектәре менән таныштырҙы. Ирлек дәресе аҙағында тактиль күргәҙмә тәҡдим ителде.
13.06.2023
Участие в работе библиотечного конгресса
12 июнь С. М. Киров исемендәге Мурманск өлкә мәҙәниәт һәм халыҡ ижады һарайында Бөтә Рәсәй конгресын тантаналы асыу булды. 
Конгресс эшендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминова ҡатнашты. 
Быйыл Конгресс Мурманск өлкәһенең 85 йыллығына һәм Мурманск дәүләт өлкә универсаль ғилми китапхананың 85 йыллығына арналды. 
Конгресты асыу буйынса материалдар һылтанма (ссылка) буйынса.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.