Новости

20.07.2023
Валентин Пикуль "Гордиться славою своих предков..."
Валентин Пикуль. “Ата-бабаларыңдың даны менән ғорурланыу” Валентин Пикулдең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы махсус китапхана абонементы
“Ата-бабаларыңдың даны менән ғорурланыу”китап күргәҙмәһен аса. Уның күп әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә тиклем тыйылған ине.
14.07.2023
Литературный вечер «Пока я боль чужую чувствую...»
18 июль махсус китапханала "Башҡаларҙың тойғоһон тоям әле" әҙәби кисәһе үтте. Кисә рус шағиры Андрей Дементьевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышлана. 
Буласаҡ шағир 1928 йылдың 16 июлендә Тверь ҡалаһында тыуа. Бала саҡтан атаһы улында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. 
1972-1981 йй Андрей популяр баҫма "Йәшлек" журналында төп мөхәррирҙең тәүге урынбаҫары, 1981-1993 йй төп мөхәррир булып эшләй. 
11.07.2023
Ирек Киньябулатов: "Люди, к вам я тороплюсь"
Махсус китапхана абонементы башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен аса. 
Ирек Лутфий улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған. 1961-1966 йй БДУ-ла уҡый. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә махсус корреспондент, республика гәзит һәм журналдарында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ул шиғырҙар яҙа башлай. Тәүге шиғырҙар йыйынтығы "Баҫыу юлы" 1970 йылда донъя күрә. 
07.07.2023
Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә - һис шикһеҙ, заманса йәмғиәттең төп өлөшөнөң береһе. Борон да, бөгөнгө көндә лә Рәсәй халҡы өсөн ғаилә беренсе урында. Тик, билдәле булыуынса, мөхәббәтһеҙ ныҡлы ғаилә ҡороп булмай, ә һаҡлап ҡалыуы тағы ла ҡыйыныраҡ. Сөнки ғаиләлә тоғролоҡ һәм бер-береңә ышаныу хөкөм һөрөргә тейеш. 
07.07.2023
Час духовности «Под покровом Петра и Февронии»
7 июль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре асыҡ һауала "Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәтен үткәрҙе. 
Байрам үҙе 8 июль билдәләнә. Байрамдың символы - аҡсәскә. Был сәскәнән эшләнгән венок ҡатын менән ирҙең таҙалығын һәм тоғрлоғон белдерә. 
Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы, изге Петр һәм Февронияның ғаиләһе тураһында һөйләне. Рус шағирҙарының шиғырҙары, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр яңғыраны. Сара викторина менән тамамланды.
05.07.2023
Владимиру Сутееву посвящается
Балалар яҙыусыһы, рәссам, Ватан йәнһүрәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Владимир Сутеевтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы махсус китапхананың Одноклассники социаль селтәрендә онлайн викторина үтте. Китапханасы яҙыусының ижады тураһында һөйләне.
04.07.2023
Литературный вечер «Пока я боль чужую чувствую...»

18 июля в специальной библиотеке пройдет литературный вечер «Пока я боль чужую чувствую...». Вечер посвящен 95-летию со дня рождения русского поэта Андрея Дементьева.

04.07.2023
Издано пособие для незрячих "Искусство башкирских лучников"

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылар сәнғәте" ҡабарынҡы график әсбабы донъяға сыҡты. Әсбап ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифында һәм ҙурайтылған хәрефтәр менән баҫтырылды. Ҡабарынҡы графикала башҡорт уғы һәм уҡсы тәҡдим ителә. 

03.07.2023
Международный молодежный конкурс социальной антикоррупционной рекламы
2023 йылда Рәсәй Федерацияһында "Коррупцияға ҡаршы!" социаль рекламаһының халыҡ-ара йәштәр конкурсы үтә. 
14 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге конкурсанттарға плакаттар һәм видеояҙмалар форматында коррупцияға ҡаршы социаль рекламалар әҙерләргә тәҡдим ителә. Эштәр 1 октябрға тиклем http://www.anticorruption.life сайтында ҡабул ителә. 
29.06.2023
Издана книга Явдата Ильясова

Махсус китапхана даими рәүештә үҙенең нәшриәт эшмәкәрлеген киңәйтә бара. Бөтә тормошҡа ашырылған баҫма проекттар белемде үҫтереүгә, милләт теленә, йолаларға, фольклор хазинаға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон һәм ҡыҙыҡһыныу формалаштырырға йүнәлтелгән.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.