Новости

20.10.2023
II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».
19-21 октябрь Өфө "Торатау" конгресс-холлында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе  үтә. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50 компания ҡатнашасаҡ. Майҙандарҙың береһендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы урын аласаҡ. Экспозицияла махсус китапхана нәшриәтендә баҫтырылған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә.
18.10.2023
Конкурс по избирательному праву
Бөгөн Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә, мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән кесе граждандар араһында, һайлау хоҡуғы һәм һайлау барышы һорауҙары буйынса конкурс үтте. 
15.10.2023
В День отца
Руслан Рафаил улы Шәйхуллин, махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы, 2022 йылда "Атайҙар батырлығы" наградаһына лайыҡ булды. 
Руслан Рафаил улы, республикалағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы вәкиле булараҡ, актив тормош алып бара, инвалидтар хоҡуғы өсөн көрәшә, уларҙың тормошон яҡшыртырға тырыша. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: 
13.10.2023
Ко Дню Белой трости
Аҡ таяҡ халыҡ-ара көнгә ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Сиктәрһеҙ донъя" сараһы үтте. 
Китапханасылар мәғлүмәти-ижади калейдоскоп барышында ҡунаҡтарҙы халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнөнөң тарихы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был көн 15 октябрь билдәләнә. 
13.10.2023
Завершено рассмотрение заявок на Конкурс
 
Ижади конкурста ҡатнашыусыларҙан эш алыу тамамланды. 3 октябрҙан 14 октябрға тиклем  эш төркөмө ғаризаларҙы һәм конкурс материалдарын тикшерҙе. Бөтәһе 66 ғариза һәм эш тәҡдим ителде. Эш төркөмө ҡарары буйынса бөтә эштәр ҙә артабан Конкурста ҡатнашырға үтте. 
"Ушинскийҙың әкиәт дәрестәре" республика ижади конкурсы К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышланды. Конкурс инвалид балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен китап уҡырға ҡыҙыҡһындырыу маҡсатынан сығып үткәрелә.
12.10.2023
Книжная выставка «Муса Гали – вдохновенный певец родной природы»
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына "Муса Ғәли - тыуған тәбиғәттең илһамлы йырсыһы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә совет һәм Рәсәй башҡорт шағиры, РСФСР-ҙың лайыҡлы мәҙәниәт эшмәкәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, С. Юлаев исемендәге БАССР премияһы лауреаты Муса Ғәлиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. 
Муса Ғәли 1923 йылда Шишмә районы Иҫке Муса ауылында тыуған. 
12.10.2023
К Международному дню Белой трости
Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә ҡарата Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Сикһеҙ донъя" мәғлүмәти-ижади калейдоскоп үтәсәк. Сара урындағы һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы менән берлектә ойошторола. 
Берләшмәлә ай дауамында һуҡыр кешеләрҙең проблемаларына ылыҡтырыу өсөн саралар үтеп торасаҡ. "Аҡ таяҡ" айлығы сиктәрендә һуҡырҙарҙың актуаль проблемалары яҡтыртыласаҡ. Шуларҙың береһе - үҙ һаулығыңды һаҡлау. 
10.10.2023
Концерт "Родной мой край, навек любимый"
Махсус китапханаһында "Тыуған илем мәңге йөрәгемдә" әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналды. 
Республика көнө дәүләт байрамы һәм инде бына нисә йыл ул 11 октябрь көнө билдәләнә. Был байрам күп милләтле халыҡтың берҙәмлек, тыуған ергә һөйөү символы булып тора. 
Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың барлыҡҡа килеү тарихы, йола-ғәҙәттәре, мәҙәни ҡиммәттәре тураһында һөйләнеләр. Был көндө Тыуған ил, уның хозур тәбиғәте, байлыҡтары, уларҙы һаҡлау һәм күбәйтеү тураһында әңгәмә барҙы. 
09.10.2023
Стол просмотра литературы «День Республики Башкортостан».
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн  Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡортостан республикаһы көнө" әҙәбиәт ҡарау өҫтәле ойошторолдо.
1990 йылдың 11 октябрендә республикабыҙға дәүләт суверенитеты бирелә, ә 1992 йылдың февралендә Башҡортостан республикаһы исеме ҡабул ителә. 
Өҫтәлдә махсус китапхана фондында булған китаптар тәҡдим ителә:
    09.10.2023
    Объявление
    Хөрмәтле уҡыусылар! 
    Башҡортостан көнө байрамы айҡанлы 10 октябрь китапхана 17:00 сәғәткә тиклем эшләй. 
    11 октябрь - ял көнө. 
    12 октябрь - эш көнө. 
    Администрация

    Страницы

    You are reporting a typo in the following text:
    Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.