Беҙҙең хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Наҙлы, нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙҙе күңелле яҙ байрамы-ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙ барҙа–беҙ батыр, һеҙ булғанға– беҙ тырыш, һеҙ булғанға– беҙ яугир. Һеҙҙең түҙемлелегегеҙгә, сибәрлегегеҙгә, аҡыллылығыҙға, беҙҙе аңлай алыуығыҙға, ғәфү итә белеүегеҙгә беҙ мең-мең рәхмәтлебеҙ, һеҙгә һоҡланабыҙ, эргәбеҙҙә һеҙ булғанға– ғорурланабыҙ. һәр быуын шағирҙары һеҙгә арнап шиғырҙар ижад иткән, йыр яҙған, көй сығарған. Яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыры ла һеҙгә бағышланған:
Өс мөғжизә мине әсир итте–
Ер,
Йәнә күк,
Йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды–
Ер,
Йәнә күк,
Йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға…
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
Шулай мәңге асылмаҫ сер булып ҡалығыҙ!
Именлек-һаулыҡ, шиңмәҫ матурлыҡ һеҙгә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙ уҡыусыларыбыҙ!