Наиль Гаитбай в гостях у специальной библиотеки

Наиль Гаитбай
25 февралдә һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, яҙыусылар Союзының идара райесе, күренекле драматург Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев менән ижади осрашыу уҙасаҡ. Был сара Әҙәбиәт йылында ошо ерлектә йәшәгән замандаштарыбыҙ менән таныштырыусы “Минең ҡәҙерле яҡташтарым” тип аталған осрашыуҙарҙың дауамы булып тора.
Наил Ғәйетбаев үҙенең ижад юлын 70 йылдарҙа башлай. Уның тәүге китабы “Алтын ямғырҙар мәле” 1979 йылда нәшер ителә. Әлеге ваҡытта күренекле яҙыусы 80 ашыу хикәйә, 20 повесть, 3 роман, 50 ашыу драма әҫәрҙәре авторы. Унан башҡа махсуслаштырылған китапхана ҡулланыусыларына “Кешеләрҙе инандырыу һәләте” исемле тауышландырылған күргәҙмә лә тәҡдим ителәсәк. Наил Әсғәт улы ҡулланыусылар менән тәүге тапҡыр осрашмай, уҙған йылда Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары менән кисә ойошторолғайны Уҡыусылар яҙыусының ижады, тормош юлы менән таныштылар һәм үҙ сираттарында ҡунаҡтың “Батыр Әтәс” исемле әкиәти пьесаһын сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Бынан бер нисә йыл элгәре яҙыусының “Сит планета ҡыҙы” исемле әҫәре махсуслаштырылған китапханала Брайль системаһы буйынса нәшер ителгәйне, “Ҡара ҡумта” әҫәре тауышландырылып эшләнгәйне.
25 февралдә драматург үҙенең ижади пландары һәм Республикабыҙҙың Яҙыусылар Союзының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләйәсәк. Шулай уҡ авторҙың башҡорт телендә “АҠ төндәр” исемле тауышландырылған пьесалар йыйынтығының исем туйы ла буласаҡ. 
Әҙәби сара көндөҙгө сәғәт 14.30
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында (Киров урамы, 47) адресы буйынса уҙғарыласаҡ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.