Навруз: время весны

Навруз: время весны
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан радиоһының дикторы, театр һәм кино актеры Фирҙәт Ғәлиев– Башҡортостан Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының күптәнге дуҫы. Ул китапханаға Изге Ҡөръәндең башҡортса тауышландырылған яҙма дискын бүләк итте.
“2009 йылда миңә Мәскәүҙән Ҡөръәндең башҡортса вариантын яҙҙырырға тәҡдим иттеләр. Күп тауыштар араһынан минең тауышты һайлауҙары хаҡында ла хәбәрҙәр инем. Бығаса мосолмандарҙың изге китабы тик ғәрәп һәм инглиз телдәрендә генә яҙылған булған. Миңә Ҡөръән уҡыуҙың нескәлектәрен өйрәтеүсене беркеттеләр. Яҙма DVD дисктарҙа сығарылды,”– тип һөйләне күренекле артист.
Әлеге ваҡытта Изге Ҡөръәндең яҙмаһы тауышландырылған Электрон базаға өҫтәлде һәм БСРБС сайтынан www.brsbs.ru алып ҡулланырға мөмкин.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.