Беҙ социаль селтәрҙәрҙә.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Социаль селтәрҙәрҙәге китапханабыҙ яңылыҡтары менән танышып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. Беҙҙең сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙәге битебеҙҙә һеҙ - беҙгә килтерелгән һәм килтерергә планлаштырылған яңы китаптар исемлеге менән дә, төрлө саралар менән дә таныша алаһығыҙ.   
Беҙ  одноклассники, Facebook, Вконтакте, Twitter, Livejournal селтәрҙәрендә барбыҙ.
 
 
 

Виртуаль китап күргәҙмәһенә тауышлы байҡау. «Башҡорт халҡының данлыҡлы улы».

Башкирская республиканская специальная библиотека для слепых организовала виртуальную книжную выставку, посвященную 260 летию со дня рождения Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы башҡорт халҡының милли геройы шағир-патриот Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуына бағышлап китаптарҙың тауышлы күргәҙмәһен ойошторҙо.
Салауат Юлаевтың ғүмере һәм эшмәкәрлеге ҡыйыулыҡтың һәм патриотизмдың кәүҙәләнеше булып тора, шулай уҡ быуаттар буйына килгән башҡорт һәм рус халҡының дуҫлыҡ символы.
Салауат Юлаев тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү тарихи аңда быуындан-быуынға күсеп килә, мәҫәлән, йырҙарҙа, легендаларҙа, тыуған ил тураһындағы хикәйәләрҙә, тағы ла әҙәби әҫәрҙәрҙә, сәнғәттә, илдең тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға  башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуына арнап «Башҡорт халҡының данлыҡлы улы» тигән китаптарҙың тауышлы күргәҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.
Был күргәҙмәгә рәсәй авторҙарының башҡорт һәм урыҫ телендәге баҫмалары ингән. Китаптар төрлө форматта күрһәтелгән: яҫы баҫмалы, һуҡырҙар өсөн  Л.Брайль шрифы менән баҫылған.
 
 

Китапхана баҫмалары “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” исемлегенә инде.

Диплом лауреата республиканского конкурса "Лучшие товары Башкортостана"
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һуҡырҙарға тәғәйенләнгән “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән уҡыу әсбабы өсөн “2014 йылда Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында ҡатнашып, “Халыҡты хеҙмәтләндереү” номинацияһында еңеүсеһе тип табылды.
Был конкурс республикала 2001 йылдан (БР Хөкүмәтенең 24.11.2000 йылғы 1191-р  һанлы ҡарарына ярашлы) “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы булараҡ уҙғарыла.
Был конкурстың төп маҡсаттары – иң яҡшы тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе билдәләү, тыуған илдә тауар етештереүсе предприятиеларҙың ыңғай тәжрибәһен, етештергән әйберҙәренең сифатын башҡаларға күрһәтеү, сифат менеджментының эффектив алымдарын үҫтереүгә ярҙам итеү. Был конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенә 100 ойошма ғариза биргән. Конкурс “сәнәғәт-техник йүнәлештә етештерелгән продукция”,  “халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары”, “аҙыҡ-түлек тауарҙары”, “хеҙмәтләндереүҙәр” номинацияларын үҙ эсенә алды.
Баһалаған ваҡытта тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе сифаты, конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы, яңы технологиялар ҡулланыуы, етештереүҙең артыуы, тауарҙы һатыу, сифат менән хаҡтың бер-береһенә тура килеүе, тауарҙың социаль кәрәклеге талаптарына ныҡлы иғтибар бирелә.
Конкурста Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һуҡырҙарға тәғәйенләнгән, 2011 йылдан алып баҫылған “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән уҡыу әсбабы серияһын тәҡдим итте. Был серияға башҡорт халҡы, Башҡортостан ере, йәнлек-ҡоштары, үҫемлектәре, сәнәғәте, мәҙәниәте тураһында китаптар ингән. Брайль шрифтынан һәм рельефлы һүрәттәрҙән тыш, был серияға ингән китаптар насар күреүселәр өсөн эре хәрефтәр менән дә яҙылған. Бүтән әсбаптар ҙа бер стилдә биҙәлгән.
Хәҙер ғәзиз Башҡортостаныбыҙ тураһындағы был рельефлы һүрәтле китаптар, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы белгестәренең хеҙмәт емеше, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” тамғаһы менән баҫыла башлаясаҡ.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 
 
 

«Баш ҡаланың байлығы»

2014 йылдың 10 июнендә проекттар конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Был премияның барлыҡҡа килеүенән алып әлегәсә Өфөнән 396 әүҙем ижад итеүсе номинант ҡатнашҡан. 
Конкурстың аҙағында «Баш ҡаланың байлығы» тигән VIII ҡала йәмғиәте премияһының «Өфө - фәндә, мәҙәниәттә һәм спорттағы ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы» номинацияһында Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының дитекторы Айгөл Әминева ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булды.
 

«Беренсе донъя һуғышы – онотолған һуғыш» интернет-викторинаһының һөҙөмтәләре.

«Беренсе донъя һуғышы – онотолған һуғыш» исемле интернет-викторинаның һөҙөмтәләре асыҡланды. Китапхананың администрацияһы еңеүселәрҙе ҡотлау һүҙҙәре еткерә һәм был викторинала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерә. 
Интернет-викторинаның һорауҙарына 43 кеше яуап биргән. Шуларҙың араһынан түбәндәгеләр еңеүселәр тип билдәләнгән:
Гран-при:
Ғабдрахманов Рөстәм, 13 йәш - 17 балл
1 урын - Домнин Кирилл, 17 йәш - 16 балл
2 урын – Мөхәмәтов Айнур, 17 йәш - 16 балл
3 урын – Хәйруллина Алина, 15 йәш - 15 балл
Дәртләндерә торған бүләктәр:
4. Шәрифуллин Ильмир, 15 йәш - 14 балл
5. Сахаутдинова Эльвина, 17 йәш - 14 балл
6. Еремина Яна, 16 йәш - 14 балл
Бөтә ҡатнашыусыларға ла актив ҡатнашҡандары өсөн электрон адрестарына Почет грамотаһы ебәреләсәк. Бүләктәрҙе алыу өсөн еңеүселәр үҙҙәренең фамилияларын һәм адрестарын ебәрергә тейеш йәки бүләктәрҙе ошо адрес буйынса алырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, №5 кабинет.
Белешмәләр өсөн телефон (347) 273-29-54 йәки электрон почта zambrbs@ufamts.rumbrbs@ufamts.ru.
 

Пушкин кинола һәм китапта.

6 июндә Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында «Шәм» клубының поэзияны яратыусыларына, А.С. Пушкиндың тыуыуына 215 йыл тулыуына бағышланған «Пушкин кинола һәм китапта» тигән кино-кисә үтәсәк.
Кисәнең барышында алып барыусылар уҡыусыларҙы яҙыусының ижад юлының төп этаптары менән таныштырасаҡ. «Миңә кино һөйләгеҙ» проектын бойомға ашырыу нигеҙендә Наталия Бондарчуктың тифло-аңлатмалы «Һуңғы дуэль» (2006) фильмы күрһәтеләсәк.
Фильмда Александр Сергеевич Пушкиндың Дантес менән булған дуэлен, шағирҙың үлемен һәм ошо ваҡиғаны тикшереү осорын үҙ эсенә ала. Үлемдең сәбәптәрен тикшереүҙе Леонтий Дубельт һәм полковник Галахов алып бара.
Кино-кисә 14 сәғәттә башлана.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Кирова, 47 һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
 

Мин донъяны бармаҡтарым аша таныйым... Йәки, файҙалы эш эшләнде.

“Уфимские ведомости” гәзитенең 39-сы һанында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының китапхана пункты асылыуы тураһында хәбәр иттеләр.
 
Баш ҡаланың 30-сы һанлы күреү мөмкинлектәре сикле балалар китапханаһында насар күреүселәр өсөн махсус китаптар бүлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер ошо районда йәшәүсе күреү мөмкинлеге сикләнгән балалар үҙҙәренең китапханаһында ғына махсус китаптар менән таныша аласаҡ. Ни тиһәң дә, барыһы ла ҡаланың бер осонан икенсе осонда урынлашҡан махсус китапханаға йөрөү мөмкинлегенә эйә түгел бит.
“Беҙҙең китапханала төрлө йәштәге уҡыусылар был китаптар менән уҡыу залында таныша, йәки, уларҙы йорттарына алып ҡайтып уҡый ала”, - тип һөйләне әйҙәүсе китапханасы Наталья Крайнова. Был пункттың асылыуын тормош үҙе талап итә. Уҡыусыларын китаптар менән тәьмин итеү – һәр китапхананың мөҡәддәс бурысы һанала.
Наталья Викторовна шулай уҡ яңыраҡ булып үткән бер ваҡиға тураһында ла һөйләне. Китапхананың әүҙем уҡыусыларының береһе – оло йәштәрҙәге бер апай үҙенең насар күреүсе ейәнсәре өсөн дә китаптар алғылаған икән. Әммә, ейәнсәренә ҙур яҙыулы китаптар кәрәклеген дә йәшермәгән. Апайҙа насар күреүсе ейәнсәрен уҡырға өйрәтеү теләге ҙур булған. Әммә, ҙур яҙыулы китаптарҙың булмауы ғына бәкәлгә һуҡҡан.
Шул саҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре был мәсьәләне сисеү юлдары тураһында ныҡлап уйға ҡалған. Бындай кешеләргә нисек ярҙам итергә?.. Бөгөн китапханала ошондай 20 әсбап бар, тиҙҙән тағы 50 дана китап алып киләсәктәр. Яңы килтереләсәк китаптар ике төрлө: Брайль яҙыулы ҡабарынҡы нөктәле һәм ҡабарынҡы һүрәтле буласаҡ. Һуңғылары балалар араһында айырыуса ҙур һорау менән файҙалана: кемдең генә китап биттәрендә урынлаштырылған йомшаҡ уйынсыҡтарҙы тотоп ҡарағыһы килмәһен. Күреү мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙар бит мәғлүмәтте ҡулдары аша ала. Тактиль китаптар уларға донъяны танып белергә ярҙам итәсәк.
Китаптар айына ике тапҡыр яңыртылып торасаҡ икән. Уларға заказ биргән саҡта китапхана хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта уҡыусыларҙың теләген иҫәпкә аласаҡ. Төп өлөштө әҙәби китаптар алып торһа ла, махсус китаптар ҙа буласаҡ. Сөнки, күп кенә насар күреүселәр уҡыуҙарын дауам итә. Мәҫәлән, әле кәштәләрҙә фен-шуй тәғлимәте буйынса китаптар ҙа, география буйынса әсбаптар бар. Был китаптар, насар күреүсе уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн беренсе ҡатта урынлашҡан. Урамда махсус алтаҡта-афиша беркетеү тураһында ла уйлайҙар.
Карина Яҡупова, “Уфимские ведомости” гәзите корреспонденты.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 

Һуҡырҙар йәмғиәте ағзалары семинары.

Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы белгестәре йыл да була торған бюро һәм тикшереү-ревизия комиссияһы семинарында ҡатнашасаҡ. Был сара 2014 йылдың 28 майында «Муйылҡай» балалар лагерында үтәсәк.
Ижтимағи эшселәр көнөнә арналған семинарҙың маҡсаты – күреү һәләттәре сикләнгән кешеләр менән эшләүсе белгестәрҙең белем кимәлен үҫтереү, ошо өлкәләге мәғлүмәттәр менән таныштырыу. Шулай уҡ кәңәшмәлә ғәмәлдәге эштең ижтимағи һәм хоҡуҡи үҙенсәлектәре лә ҡараласаҡ.
Кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй ғәриптәренең “Бөтә Рәсәй Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы һуҡырҙар йәмғиәте”нең Башҡортостандағы бүлексәһе ағзалары, Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһындағы медицина-социаль экспертизалар үткәреүҙең Баш бюроһы Ҡаҙна предприятиеһының 10-сы һанлы филиалы белгестәре, Өфө ҡалаһы ҡала округының халыҡты социаль яҡлау идараһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Семинар “Бөтә Рәсәй Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы һуҡырҙар йәмғиәте”нең Башҡортостандағы бүлексәһе тарафынан ойошторолған.
 

Махсус китапханала 23 майҙағы саралар.

Ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ күргәҙмәһе.
Матурлыҡ. Ниндәй киң тѳшѳнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо тѳшѳнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матурлыҡҡа ынтылып, матурлыҡ тыуҙырып йәшәүселәр ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Ошо кешеләрҙең рәтенә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында асылған күргәҙмәнең авторҙарын да индерергә була. Улар күңелдәрендәге матурлыҡты мулина менән сигелгән, акварель һәм майлы буяуҙар, бисер һәм таҫмалар менән эшләнгән картиналарҙа сағылдыра. Унан тыш, экспозицияла өтөп һәм һырлап ағасҡа төшөрөлгән һүрәттәр, һырлап баҫылған кейеҙҙәр ҙә бар. Күңеле матур кеше генә ысын мәғәнәһендә матур була ала. Күргәҙмәнең барлыҡ ҡатнашыусылары ла - төрлө дәрәжәлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ғәриптәр, улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәйҙәр: Октябрьский ҡалаһынан – Зәбирә Хәлиуллина, Валентина Артемьева һәм Владимир Горшковтар; Әбйәлил районынан – Рәсилә Вәлиева һәм Элвина Сәйетғәлиналар, Дәүләкән ҡалаһынан Сергей Пыжьянов, Туймазы районынан – Динар Садыҡов һәм Айҙар Сәйетгәрәевтар, Өфөнән Елена Кочанова һәм Светлана Кузнецовалар.
Күргәҙмә "Бөтә Рәсәй ғәриптәр ойошмаһы" йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡортоастан Респубикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы инициативаһы менән ойошторолдо.
Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра алған кешегә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайһың, хатта, “аҡ” көнләшеүеңде йәшерә алмайынса, эстән генә: “Эх, уның кеүек булдыра алһаң икән!”- тип уйлап та ҡуяһың. 
Ябай ғына нәмәнән үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра алыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр бына шулай тормошто биҙәй, һәр көнөбөҙгә йылылыҡ, йәнлелек һәм матурлыҡ өҫтәй ҙә инде.
Күргәҙмә китапхананың эш графигы буйынса эшләй.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 
Тарҡау склероз көнө.
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында Тарҡау склероз көнө уңайынан ошо сир менән көрәшеүселәр кәңәшмәһе үтәсәк. Тарҡау склероз көнө ошо сир менән көрәшеүселәрҙең халыҡ-ара йәмғиәте федерацияһы тарафынан ойошторолған. Маҡсаты – халыҡты был ҡурҡыныс сир тураһында иҫкәртеү, уға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү. Өфөлә үтәсәк кәңәшмәне Халыҡ-ара тарҡау склероз ойошмалары федерацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе ағзалары үткәрә.
Ултырыштың маҡсаты – Рәсәй кимәлендәге ойошмалар менән төбәктәрҙәгеләр араһындағы бәйләнеште, хеҙмәттәшлекте нығытыу, сиргә ҡаршы тороу өсөн матди саралар йәлеп итеү.
Кәңәшмә 2014 йылдың 23 майында Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се һанлы йортта 15 сәғәттә башлана. “Витамин заводы” туҡталышы.
 

“Еңеү салюты” шаңы

Ошо көндәрҙә, йәғни, 17 май, Өфө ҡалаһында Ғәриптәр ижады йортонда күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу этабы үтте. Сарала республиканың төрлө ҡала-райондарынан ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар һуғыш тураһында йырҙар йырланы, һуғыш йылдарында башҡарылған бейеүҙәр бейене, бер-береһе менән аралашып, кинәнес алды. Бер-нисә сәғәткә һуҙылған сығыштарҙа төрлө райондарҙан килгән ижади коллективтар йыр, музыка ҡоралдарында уйнау, бейеү, театраль жанрҙарында үҙ һәләттәрен күрһәтте. Һәр сығышта тыуған илгә һөйөү тойғоһо сағылды. Нимәһе-нимә, ә был тойғоно бер нисек тә яһалма рәүештә сағылдырып булмай: йә ул була, йә – юҡ...  “Еңеү салюты”фестивале етеп килгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең 90 йыллығына арнала.
Күмертау ҡалаһынан “Замандаш”  командаһы (“Йәүһәрҙәр” күреү мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм йәштәрҙе адаптациялау үҙәге) баһалама комиссияһы ағзалары иғтибарына “Хәтер диалогтары” тип аталған сағыу программаһын тәҡдим итте. Был Театрлаштырылған музыкаль сығыш хәтирәләрҙе бер епкә теҙеп, монологтар формаһында сағылдырыуға ҡоролғайны. Һуғыштың тәүге көнөнән алып, еңеүгә тиклем күпме кеше күпме тетәнеүҙәр кисерергә мәжбүр булған. Ошо тетрәнеүҙәр хәтирәләрен режиссер Марина Сафонова бик асыҡ сағылдыра алған. Тамаша залында бер ваҡыт “Изге һуғыш” йыры аҫтында болоттар ҡуйырҙы. Был – зәһәр, аяуһыҙ һуғыш башланыуын белдергән тәүге ауаз ине... Тамашала төрлө эффекттар бик оҫта файҙаланылды, улар шул йылдар аһәңен яңынан тергеҙергә ярҙам итте. Үҙҙәренең сығышын күмертауҙар сәскәләр һалыу, фейерверк менән тамам ҡылды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Замандаш” командаһы эстрада миниатюралары театры номинацияһында беренсе урын алды. Күреү мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ошолай ярыша, эшләй, ижад итә алыуын күреү беҙҙе бик һөйөндөрә.
Еңеүселәр көҙ айҙарында Пермь ҡалаһында үтәсәк төбәк-ара конкурста ҡатнашасаҡ. Артабан – Мәскәүҙә үтәсәк Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған юбилей конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә күп тә ҡалмай.
 
Материалды Күмертау ҡалаһынан Валентина Басырова яҙҙы,
башҡортсаға Гөлнар Ишбулатова тәржемә итте.
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.