Новости

28.06.2017
Всероссийский Фестиваль «Спорт и творчество»
Махсус Олимпия хәрәкәтен пропагандалау, инвалидтарҙы спортҡа һәм мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатынан, Санкт-Петербург махсус Олимпия комитеты Бөтә донъя инвалидтар декадаһына бағышланған ХХХIХ Бөтә Рәсәй “Спорт һәм ижад” фестивален үткәрә.
 
 
23.06.2017
В канун светлого праздника Ураза-байрам.

Изге Рамаҙан айы тамамланыу менән ислам диненең төп байрамы – Ураҙа байрамы билдәләнә. Был яҡты байрам республика халҡын берләштерә, шәхси ыҙғыштарҙы, икеләнеүҙәрҙе, аҙашыуҙарҙы еңергә ярҙам итә. Сабырлыҡ, йомартлыҡ, изге күңелле булыу, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу – мосолмандарҙың төп характер һыҙаттары.
21.06.2017
День памяти и скорби
22 июнь Рәсәйҙә ҡара көн тип билдәләнә. Тап ошо көндә 1941 йылда һуғыш башлана. 30 миллиондан ашыу совет граждандары һәләк була, йөҙ меңдән ашыуы концлагерҙарға оҙатыла, тылдағылар аслыҡтан интегә, ә һуғыштан һуңғы михнәттәрҙе хатта иң яуыз дошманыңа ла теләмәҫһең.
Һуғыштың тәүге көнөндә үк республика военкоматына меңәрләгән ғаризалар килеп ята.
 
20.06.2017
Книги в дар от Благотворительного Фонда
Быйыл “Һуҡыр балалар өсөн иллюстрациялы китаптар” шәфҡәтлелек фонды махсус китапханаға китаптар бүләк итте.
“Иң яҡшы баҫмалар” комплекты бер-нисә китаптан тора: “Беҙҙең боронғо баш ҡала”, “Бородино”, “Пакет-декорация”, “Тылсымлы ҡәләм”.
Сағыу,аңлайышлы, яҡшы рельефлы һүрәттәр донъяны күрергә ярҙам итә.
 
09.06.2017
Книжная выставка "В семье единой"
Рәсәй көнө - азатлыҡ, тыныслыҡ, ғәҙеллек байрамы. Был көндө илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә милли байрам шаулап үтә. Әлеге мәлдә Рәсәй территорияһында 180-дән ашыу этно төркөмдәр билдәләнгән. Рустар халыҡтың 80%-ын тәшкил итә.
 
08.06.2017
Ко дню России
8 июнь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Рәсәй көнөнә арналған “Мәңгегә бергә” музыкаль-әҙәби кисә үтте.
Ҡунаҡтар өсөн, башҡорт һәм рус халҡының тарихын, мәҙәниәтен яҡтыртҡан китаптар күргәҙмәһе булдырылды.
 
07.06.2017
6 июнь Мишкә районында “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле” темаһына тифлосессия уҙғарылды.
Дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары был һорау буйынса күп мәғлүмәт тупланы.
 
06.06.2017
Наши в «Пирамиде»
Новосибирскта, “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында сибиряктарҙың ҡаһарманлығы” мемориаль ансамблендә спорт буйынса етенсе “Пирамида” фествале үтте.
05.06.2017
Пушкинский день в специальной библиотеке
Бөгөн, 5 июнь, Рәсәйҙә Пушкин көндәре һәм рус теле көнө етеп килеү уңайынан, махсус китапханала “Лукоморье иленә сәйәхәт” әҙәби байрамы үтте. Унда Өфөнөң 126-сы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
 
31.05.2017
«Великий труд Петров…».
Рәсәйҙең тәүге императоры Петр I 1645 йылдың 30 майында донъяға килгән.
Уның илебеҙ өсөн эшләгән бөйөк эштәренән тыш, сағыу шәхес, ысын мәғәнәһендә даһи булыуы, уға битараф ҡарарға мөмкинселек бирмәй.
Әлбиттә, шағирҙар һәм яҙыусылар ҙа бөйөк императорҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.