Ураҙа-байрам

В канун светлого праздника Ураза-байрам.
Изге Рамаҙан айы тамамланыу менән ислам диненең төп байрамы – Ураҙа байрамы билдәләнә. Был яҡты байрам республика халҡын берләштерә, шәхси ыҙғыштарҙы, икеләнеүҙәрҙе, аҙашыуҙарҙы еңергә ярҙам итә. Сабырлыҡ, йомартлыҡ, изге күңелле булыу, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу – мосолмандарҙың төп характер һыҙаттары.
Рәсәйҙә төрлө милләт, дин кешеләре йәшәһә лә, быуаттар буйына үҫешен туҡтатмай.
Байрамдарҙа бүләк тапшырыу йолаһы бар. Татарстандағы коллегалар махсус китапханаға татар телендә “Һуҡырҙар өсөн махсус намаҙ китабы”н бүләк итә. Китапта тәһәрәт алыу, аҙан, ҡәмәт, Намаҙҙы дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре бирелгән. баҫмаға йыш уҡыла торған сүрәләр һәм Ҡөрьән-Кәримдән бер-нисә намаҙ индерелгән.
Аудиояҙма китапхана сайтында бар.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары исеменән Татарстандағы коллегаларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле уҡыусылар, дуҫтар!
Бар йөрәктән Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ. Изге айҙа алынған изгелектәр икеләтә артып ҡайтһын.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.