Махсус китапханала Пушкин көндәре

Пушкинский день в специальной библиотеке
Бөгөн, 5 июнь, Рәсәйҙә Пушкин көндәре һәм рус теле көнө етеп килеү уңайынан, махсус китапханала “Лукоморье иленә сәйәхәт” әҙәби байрамы үтте. Унда Өфөнөң 126-сы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Уҡыусылар махсус китапхана эше, төп йүнәлеше һәм эшмәкәрлеге менән таныштылар. Пушкин әҫәрҙәре буйынса, викторина барышында, балалар мәңге тере әҫәрҙәрҙең геройҙарын, яратҡан әкиәт юлдарын хәтергә төшөрөп алдылар, йомаҡ ҡойоштолар, шағирҙаң ижадына һәм тормош юлына ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.