Беҙҙекеләр "Пирамидала"

Наши в «Пирамиде»
Новосибирскта, “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында сибиряктарҙың ҡаһарманлығы” мемориаль ансамблендә спорт буйынса етенсе “Пирамида” фествале үтте.
Быйыл Себергә Хабаровскиҙан алып Екатеринбургка тиклем туғыҙ өлкә йыйылды. Өфөнән беҙҙең махсус китапхана ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы бәйгелә көс һынаны. Конкурс ҡағиҙәһе буйынса, электрон билдәне табырға һәм махсус чип ярҙамында билдәләнергә кәрәк ине. Комплекс буйынса барыһы биш станция урынлашҡайны. Был мауҡыҡтырғыс тамашала һәр кем оло теләк менән ҡатнашты.
Ойоштороусыларҙың һөйләүе буйынса, тәүге “Пирамида”фестивалендә бер-нисә кеше генә ҡатнашҡан.
Шулай уҡ, программала театрға барыу ҡаралғайны. Ә фестивалдең һуңғы көнөндә, Рәсәйҙәге иң ҙур зоопаркка экскурсия уҙғарылды.
Был сәйәхәт хәтерҙәрҙә иң сағыу мәлдәр ҡалдырҙы. Уның ойоштороусыларына оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Сара, “Берләшеү“ шәфҡәтлелек фондының финанс ярҙамы менән үткәрелде

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.