Шәфҡәтлелек фондынан китаптар

Книги в дар от Благотворительного Фонда
Быйыл “Һуҡыр балалар өсөн иллюстрациялы китаптар” шәфҡәтлелек фонды махсус китапханаға китаптар бүләк итте.
“Иң яҡшы баҫмалар” комплекты бер-нисә китаптан тора: “Беҙҙең боронғо баш ҡала”, “Бородино”, “Пакет-декорация”, “Тылсымлы ҡәләм”.
Сағыу,аңлайышлы, яҡшы рельефлы һүрәттәр донъяны күрергә ярҙам итә.
Аңды үҫтереүсе комплект халыҡ әкиәттәренән тора: “Гунуна һәм елдәр батшабикәһе”, “Бөркөт ояһы”. Шулай уҡ, комплектта уйындар ҙа бар: төрлө хайуан фигуралары, пакет-декорация һ.б.
Һәр китапҡа иллюстрациялы брошюралар һалынған. Тиҙҙән был китаптар китапхана фондына һәм филиалдарға сығасаҡ.
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе был баҫмаларҙың спонсоры О. Б. Добродеевҡа еткерәбеҙ. Уның ярҙамында ошо ҡыҙыҡлы китаптар эшләнгән дә инде

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.