Ҡайғыларҙы иҫләү көнө

День памяти и скорби
22 июнь Рәсәйҙә ҡара көн тип билдәләнә. Тап ошо көндә 1941 йылда һуғыш башлана. 30 миллиондан ашыу совет граждандары һәләк була, йөҙ меңдән ашыуы концлагерҙарға оҙатыла, тылдағылар аслыҡтан интегә, ә һуғыштан һуңғы михнәттәрҙе хатта иң яуыз дошманыңа ла теләмәҫһең.
Һуғыштың тәүге көнөндә үк республика военкоматына меңәрләгән ғаризалар килеп ята.
Башҡортостандан 106 меңдән ашыу кеше хеҙмәт армияһына мобилизациялана. Фронтҡа республикабыҙҙан 710 мең тирәһе һалдат оҙатыла. Шуларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала.
1941 йылдың 1 октябренән, 16 йәштән алып 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр өсөн хәрби уҡыу мотлаҡ булып һанала. 1942 йылдың февралендә пулеметчиктар, минометчиктар, автоматчиктар, снайперҙар, кавалеристар һ.б. әҙерләүсе бүлексәләр асыла.
Ошо уҡ ваҡытта Башҡортостанға илебеҙҙең көнбайышынан күп кешеләр эвакуациялана.
1945 йылдың 28 июлендә Өфөгә демобилизацияланған тәүге эшелон килә.
Башҡортостандың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында, китапхана уҡыусыларына“Беҙҙең йылдарҙың алтын сәсмәһе” клубы активистары һөйләне.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.