Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнә

Ко Дню народного единства
2 ноябрь махсус китапханала "Башҡортостан халыҡтарының рухи мираҫы" тыуған яҡты өйрәнеү панорамаһы үтәсәк. 
Башҡортостан, Рәсәй үҙәгендә урынлашҡан гүзәл төбәк. Ул матур тәбиғәте менән генә түгел, шулай уҡ, бай рухи мираҫы менән дә данлыҡлы. 
Башҡорт халыҡ тарихында легендалар һәм риүәйәттәр үҙенсәлекле урынды биләй. Сөнки халҡыбыҙ тарихы тап уның фольклорында һаҡлана. Эпостар, легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар башҡорт халыҡ тарихын теүәл сағылдыра. Был хикәйәләр быуындан быуынға тапшырылып килә. Башҡорттар бик боронғо халыҡ, Волга буйындағы төп этностарҙың береһе. 

Китапхана ҡунаҡтарына башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, легендалары тураһында һөйләйәсәктәр. Сарала Халҡыбыҙҙың фольклор-әҙәби һәйкәле "Урал батыр" эпосына айырым иғтибар биреләсәк. Халыҡ йырҙары, бәйеттәр, ҡобайырҙар, эпостар тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә китә. Быуаттар дауамында улар телдән-телгә, олонан кесегә күсеп килгән. XVIII  быуатҡа тиклем ҡағыҙға төшмәгән. Башҡорт халыҡ фольклоры тураһында ентекләберәк сарала һөйләнеләсәк. Ҡунаҡтар "Урал батыр" башҡорт эпосы мотивтары буйынса төшөрөлгән анимация фильмы менән таныша аласаҡ. Әйткәндәй, фильм РБ президенты грантына эйә булды һәм Илдар Ғафаров етәкселегендә "Аманат" студияһы тарафынан тормошҡа ашырылды. 
Башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте үҫешендә, шиғырҙар менән бер рәттән, халыҡ музыкаһы ла мөһим урынды алды. Ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, һорнай кеүек бик боронғо музыка ҡоралдары тураһында тарихи мәғлүмәттәр быуат төпкөлөнә барып тоташа. Был ҡоралдар ваҡыт тарафынан тикшереү үткән һәм үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған. 
Мәҙәниәтсе Эльза Ҡотлобаева тыңлаусыларҙы башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышына индергән батыр өлөшө тураһында һөйләйәсәк. Ғәҙәти булмаған батыр атлылар тураһында һүҙ бар Европаға тарала. Башҡорт атлылары Гамбург, Лейпциг һәм Париж урамдарында йөрөйҙәр. Уларҙың уҡтарынан һәм ярһып торған аттарынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар. Улар Наполеон армияһының ҡотон алып торалар, ә һуңынан Гетены мәҙәниәте менән һоҡландыралар. Француздар башҡорттарҙы, уҡтан оҫта атҡаны өсөн, "төньяҡ амурҙары" тип атай башлайҙар. 
Тюмень ҡалаһынан "Илһам" АНО проекты менеджеры Алексей Боровиков "Инклюзив мәҙәниәткә юл" проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Уңайлы мөхит булдырыу өлкәһендә ҡануниәт нигеҙҙәре, инвалидтарға ситуацион ярҙам итеү ҡағиҙәләре менән таныштырасаҡ. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: "Рухи мираҫ ата-бабаларҙан барлыҡҡа килә һәм халыҡ мәҙәниәтенең айырылмаҫ өлөшө булып тора. Ул телдә, йолаларҙа, байрамдарҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, сәнғәттә һәм диндә һаҡлана. Рухи мираҫ халыҡ тарихын һаҡларға ярҙам итә һәм уның уникаллеген һаҡлай. 
Бынан тыш, халыҡтың рухи мираҫын белеү, көнкүрештә лә ҙур файҙа килтерә. Милли һыҙаттарға нигеҙләнеп, ул кешегә яҡындарын яҡшыраҡ аңларға, төрлө мәҙәниәтле кешеләр менән уртаҡ тел табырға ярҙам итә. Шулай уҡ, ул тормошта осраған төрлө хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүгә лә булышлыҡ итә". 
Сараның башланыу ваҡыты: 15:00.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

 

"Балаганчик" китап театры тәҡдим итә

Театр книги "Балаганчик" представляет
26 октябрь махсус китапханала Надежда Гречанникованың "хыялдар йорто" әҫәре буйынса спектакль ҡуйылды. Спектаклдә "Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары ҡатнашты. Был пьеса 2019 йылда "Драма ваҡыты" конкурсында финалға сыҡты. 
Ваҡиғалар ҡарттар йортонда бара. Бында йәшәүселәрҙең йөрәктәре мөхәббәткә асыҡ һәм матур киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Төп герой - элекке уҡытыусы, йортон малайына яҙҙыра, а малайы - килененә. Элекке театр артисы йортҡа яңғыҙлыҡ эҙләп килә, бында дауаланып ҡайтырға иҫәп тота. Геройҙар яҙмышы төрлө. Был пьеса беҙҙең кем булыуыбыҙ тураһында... Геройҙарҙың артабанғы яҙмышы менән спектаклдә таныша алаһығыҙ. 
Биш йыллыҡ эшендә һәүәҫкәр актерҙар коллективы тамашасыларын рус һәм башҡорт  классиктарының әҫәрҙәре менән таныштырҙы. 
Спектакль тифлокомментарийҙар менән оҙатылып барасаҡ. 
Башлана: 15.00
Адресы: Өфө, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

"Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе 

II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».
19-21 октябрь Өфө "Торатау" конгресс-холлында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе  үтә. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50 компания ҡатнашасаҡ. Майҙандарҙың береһендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы урын аласаҡ. Экспозицияла махсус китапхана нәшриәтендә баҫтырылған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә. Иң кескәйҙәр өсөн ҡулдан башҡарылған аудиостикерлы йомшаҡ китаптар, мәктәп уҡыусылары өсөн ҡабарынҡы-график әсбаптар, "һөйләй торған" китаптар, Брайль техникаһына өйрәтеүсе трафареттар һәм грифель тәҡдим ителә. 
Күргәҙмә 21 октябрға тиклем барасаҡ.

Һайлау хоҡуғы буйынса конкурс 

Конкурс по избирательному праву
Бөгөн Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә, мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән кесе граждандар араһында, һайлау хоҡуғы һәм һайлау барышы һорауҙары буйынса конкурс үтте. 

Быйыл конкурс 12-се тапҡыр үтә һәм Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһына 30 йыл тулыуға бағышлана. 
Ойоштороусылары: Башҡортостан республика Үҙәк комиссияһы, Өфө ҡалаһының Совет районы төбәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан республикаһындағы "Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы", М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. 
Сараны ойоштороусылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың иғтибарын һайлауҙарға йәлеп итеү, уңайлы средала тауыш биреү мөмкинлектәре менән таныштырыу, һайлаусыларҙың конституцион хоҡуҡтарын аңлатыу, актив гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу маҡсатынан сығып эш итте. 
Ҡатнашыусыларға викторина формаһында 5 задание бирелде. Һәр дөрөҫ яуап өсөн берәр мәрәй бирелде. 
Еңеүселәр: 
1 урын - Пикула Елизавета; 
2 урын - Алдаҡаев Рөстәм; 
3 урын - Рамова Самира. 
Улар бөтәһе лә Башҡортостан республика үҙәк һайлау комиссияһынан приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде

 

Атайҙар көнөндә 

В День отца
Руслан Рафаил улы Шәйхуллин, махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы, 2022 йылда "Атайҙар батырлығы" наградаһына лайыҡ булды. 
Руслан Рафаил улы, республикалағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы вәкиле булараҡ, актив тормош алып бара, инвалидтар хоҡуғы өсөн көрәшә, уларҙың тормошон яҡшыртырға тырыша. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: 
Руслан һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған кеше. Уның менән эшләүе һәр саҡ күңелле һәм еңел. Ул күп социаль проекттар авторы, гранттар конкурсында әүҙем ҡатнаша. Әммә уның төп шатлығы һәм ғорурлығы - ҙур һәм татыу ғаиләһе. Ул дүрт бала атаһы. 
Атайҙар көнө октябрҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

#деньотцарб2023  #семейныйбашкортостан

Аҡ таяҡ көнөнә 

Ко Дню Белой трости
Аҡ таяҡ халыҡ-ара көнгә ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Сиктәрһеҙ донъя" сараһы үтте. 
Китапханасылар мәғлүмәти-ижади калейдоскоп барышында ҡунаҡтарҙы халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнөнөң тарихы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был көн 15 октябрь билдәләнә. 

Аҡ таяҡ гел генә һуҡырҙарҙың символы булмаған. Уның тарихы 1921 йылға барып тоташа. Күреү һәләтен юғалтҡан инглиз Джеймс Бигс таяғын, башҡа таяҡтарҙан айырылып торһон өсөн аҡ төҫкә буяй. Бигс йәрәхәттән күреү һәләтен юғалта, әммә был ваҡиға уға кәртә булып тормай. Ул үҙаллы ҡала буйлап хәрәкәт итергә өйрәнә. Тиҙҙән ул башҡаларҙың уның ябай таяғына иғтибар итмәүҙәрен аңлап ҡала, шуға ла таяғын аҡ төҫкә буяй. 
1970 йылдың 15 октябрендә Халыҡ-ара һуҡырҙар ассоциацияһы тарафынан Халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнө тип ҡуйыла. Рәсәйҙә был көн 1987 йылдан алып билдәләнә башлай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы әйтеүенсә, донъяла бөтәһе 39 миллион һуҡыр кеше йәшәй. 
Алексей Падалко етәкселеге аҫтындағы Өфө дәүләт сәнғәт институты "Башфьюжен" джаз-бэнды ижады менән бүлеште. Вокал номерҙары менән Лилиә Ханипова сығыш яһаны. Азат Зәкиров, Салауат Низаметдинов исемендәге конкурста Гран-при алыусы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты, Салауат Низаметдинов ижады менән таныштырҙы. 
Осрашыу аҙағында БРО ВОС председателе Галина Бычкова һәм урындағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы председателе Андрей Коптев ҡатнашыусыларға һәм музыканттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тамам 

Завершено рассмотрение заявок на Конкурс
 
Ижади конкурста ҡатнашыусыларҙан эш алыу тамамланды. 3 октябрҙан 14 октябрға тиклем  эш төркөмө ғаризаларҙы һәм конкурс материалдарын тикшерҙе. Бөтәһе 66 ғариза һәм эш тәҡдим ителде. Эш төркөмө ҡарары буйынса бөтә эштәр ҙә артабан Конкурста ҡатнашырға үтте. 
"Ушинскийҙың әкиәт дәрестәре" республика ижади конкурсы К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышланды. Конкурс инвалид балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен китап уҡырға ҡыҙыҡһындырыу маҡсатынан сығып үткәрелә.

"Муса Ғәли - тыуған тәбиғәттең илһамлы йырсыһы" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Муса Гали – вдохновенный певец родной природы»
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына "Муса Ғәли - тыуған тәбиғәттең илһамлы йырсыһы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә совет һәм Рәсәй башҡорт шағиры, РСФСР-ҙың лайыҡлы мәҙәниәт эшмәкәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, С. Юлаев исемендәге БАССР премияһы лауреаты Муса Ғәлиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. 
Муса Ғәли 1923 йылда Шишмә районы Иҫке Муса ауылында тыуған. 
Малай олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө медицина мәктәбендә бер йыл уҡый, 1939 йылда Дәүләкән башҡорт педучилищеһында белем ала. 
1942 йылда Муса Ғәли Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла. 1943 йылдың көҙөнән фашистар менән алышта ҡатнаша. Украина менән Белоруссияны азат итә. Һуғышта картинкой ҡаһарманлыҡтары өсөн 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Демобилизацияланғандан һуң Шишмә районында уҡытыусы булып эшләй. 
1948-1952 йй Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йй "Пионер" журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә бүлек мөдире булып эшләй. 
Тәүге шиғырҙары 1940 йылда баҫыла. "Яҡты көн" йыйынтығы 1953 йылда донъя күрә. Муса Ғәли 40-тан ашыу китаптар авторы. Шуларҙың 14 Мәскәүҙә баҫыла. 
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Тактильно-рукодельные издания:

Гали, М.

Стихи [Тактильное издание] / М. Гали ; Чишминская поселковая библиотека-филиал №30 ; изг. Р. В. Газизова .— Чишминский район : [Б. и.], 2023 .— 6 л.: х/б ткань, флис, пряжа, камни и т.д., Прилож: кн. ППШ, cd ; 23х25 см. — (6+) .— Тактильная книга изготовлена в рамках Республиканского конкурса «Читаем вместе. Тактильные книги - детям» 2023 г.

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Гали, Муса.

Шаги [Звукозапись] : повесть : на баш. яз. / М. Гали ; чит. Р. Каримова .— Уфа : БРСБС, 2002 .— 1 мфк. (4 ч.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: Агидель. - 2002. - N 3. (Баш).

Гали, Муса (башкирский писатель; 1923-2004) .

Со мной мои песни : отрывок из повести "Не зарастут тропинки детства" / М. Гали ; пер. А. Хусаинов // .— : 1 фот. — (Проза) .

Плоско-печатные издания:

Гали, Муса.

Рубеж, идущий через сердце. [Текст] / М.Гали // Вечерняя Уфа. — 2008 .— 17 октября(№201) .— С.7.

 

 

Халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнөнә 

К Международному дню Белой трости
Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә ҡарата Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Сикһеҙ донъя" мәғлүмәти-ижади калейдоскоп үтәсәк. Сара урындағы һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы менән берлектә ойошторола. 
Берләшмәлә ай дауамында һуҡыр кешеләрҙең проблемаларына ылыҡтырыу өсөн саралар үтеп торасаҡ. "Аҡ таяҡ" айлығы сиктәрендә һуҡырҙарҙың актуаль проблемалары яҡтыртыласаҡ. Шуларҙың береһе - үҙ һаулығыңды һаҡлау. 
Китапханасылар ҡунаҡтарҙы һәм китап уҡыусыларҙы махсус китапханала барлыҡҡа килгән яңы техникалар менән таныштырасаҡ. Был техникалар насар күреүселәргә һәм һуҡырҙарға мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Китапхананың әүҙем уҡыусылары һәм ҡунаҡтары ярҙамында рус, совет һәм милли шағирҙарҙың, композиторҙарҙың йырҙары һәм шиғырҙары яңғыраясаҡ.

Башлана: 14:00 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы

Концерт "Тыуған илем мәңге йөрәгемдә" 

Концерт "Родной мой край, навек любимый"
Махсус китапханаһында "Тыуған илем мәңге йөрәгемдә" әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналды. 
Республика көнө дәүләт байрамы һәм инде бына нисә йыл ул 11 октябрь көнө билдәләнә. Был байрам күп милләтле халыҡтың берҙәмлек, тыуған ергә һөйөү символы булып тора. 
Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың барлыҡҡа килеү тарихы, йола-ғәҙәттәре, мәҙәни ҡиммәттәре тураһында һөйләнеләр. Был көндө Тыуған ил, уның хозур тәбиғәте, байлыҡтары, уларҙы һаҡлау һәм күбәйтеү тураһында әңгәмә барҙы. 
Кисә дауамында башҡорт еренә бағышланған шиғырҙар яңғыраны. Шулай уҡ лирик һәм патриотик йырҙар йырланды.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.