Луи Брайль һуҡырҙар уҡытыусыһы

Луи Брайль – учитель незрячих
Луи Брайль исеме ерҙәге төрлө сәбәптәр арҡаһында күреү һәләтен юғалтҡан бөтә кешеләр өсөн изге. Ул һуҡыр кешеләргә уҡырға һәм яҙырға мөмкинлек биргән уникаль рельефлы-нөктәле шрифт уйлап таба.
Луи Брайль 1809 йылда Францияның бәләкәй генә Кувре ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы ат егеү ҡорамалдары эшләү менән шөғөлләнә. Луиҙың ике өлкән апаһы һәм бер ҡустыһы була.

Бер ваҡыт, малайға 3 йәш булғанда, ул атаһының оҫтаханаһында уйнай һәм күҙен йәрәхәтләй. Күҙгә инфекция эләгә, һәм шешеү сәләмәт күҙгә лә күсә. Яйлап малай һуҡырайған. Ата-әсәһе бәләкәй улын бик борсой, сөнки һуҡыр кешеләрҙе ҡайғылы киләсәк көтә: ярлы һәм хәйерселектә ас йәшәү.
Әммә атаһы малайҙы үҫтерергә ҡарар итә. Ул улы өсөн махсус таҡталар эшләй, улар буйынса алфавит өйрәнә. Һуңыраҡ Луиға яҙырға өйрәтәләр. Атаһы һәр ерҙә улын үҙе менән алырға тырыша. Ул уны ҡоштарҙың йырлауын, хайуандарҙың ҡысҡырыуын һәм сәскәләрҙең еҫен айырырға өйрәтә. Атаһы ла Улына Алла тураһында һөйләй.
Ете йәшенән Луи Куврҙа мәктәпкә йөрөй башлай. Малай үҙенең һәләттәре менән уҡытыусыларҙы хайран ҡалдыра һәм бик тиҙ иң яҡшы уҡыусы булып китә. Ә 10 йәшендә ата-әсәһе улын һуҡыр балалар өсөн Король Институтына бирергә ҡарар итә.
Институтта Луи бөтә фәндәр буйынса беренсе уҡыусы була. Айырыуса музыка менән шөғөлләнеүҙе ярата: ул фортепиано һәм орган өйрәнә. 16 йәшендә малай Институт эргәһендәге бәләкәй сиркәүҙә түләүле органсы вазифаһын ала. Ғүмеренең күп өлөшөн ул Париждың төрлө ғибәҙәтханаларында органсы булып хеҙмәт итә.
Институтта уҡыу тыңлау һәм хәтерләүгә нигеҙләнгән. Хат юҡ тиерлек. Китапханала Валентин Гаюи ысулы буйынса баҫылған китаптар бик аҙ була. Китаптар ауыр булһа ла, уҡыу өсөн күп ваҡыт кәрәк булһа ла, был Луиҙың яратҡан шөғөлө була. 
12 йәшенән Луи Брайль һуҡырҙар өсөн алфавит төҙөү буйынса эксперименттар башлай. Ул һәр буш минутын файҙалана, ҡайһы берҙә төндәрен эксперименттар менән үткәрә. Ул 15 йәшендә эшен тулыһынса тамамлай. Был ысул 6 ҡабарынҡы нөктәнең төрлө комбинацияларын ҡулланыуҙан тора, француз алфавитының һәр хәрефенә нөктәләрҙең үҙ урынлашыуы тура килә. Шулай уҡ тыныш билдәләре һәм һандар күрһәтелә. Эҙләнеүҙәрен дауам итеп, Луи нота яҙыу ысулын яраҡлаштыра.
1829 йылда Луи Брайль үҙе уйлап сығарған рельефлы-нөктәле шрифт мөмкинлектәре тураһында һөйләгән ҙур булмаған китап сығара. Яңы ысулды Брайль өсөн тыуған Институт уҡыусылары дәртләнеп ҡабул итә. Әммә профессорҙар һәм чиновниктар яңылыҡты тормошҡа ашырырға ашыҡмай.
Институтта йәшәгәндә Луи Брайль бик әүҙем була: ул орган өйрәнә, ғибәҙәт ҡылыуҙарҙа органсы сифатында ҡатнаша, француз колледжында уҡый. 
17 йәшендә ул кесе төркөмдәрҙә уҡытыусы була, ә 19 йәшендә Институттың бөтә программаһын тиерлек уҡыта (арифметика, география, грамматика, музыка). Шәкерттәре йәш остазын сикһеҙ изгелеге һәм шәфҡәте өсөн ярата.
Луи Брайлдың арымай-талмай эшмәкәрлеген бер нәмә лә туҡтата алмай, хатта 26 йәшендә туберкулез менән ауырыуы ла. Ә төп дауалау ял итеү булған.
Луи үҙенең ысулын яҡшыртыу өҫтөндә эшен дауам итә. Ул бер аҙ күреүсән кешеләр уның ысулын белә, ә һуҡырҙарға ғәҙәти алфавитты белергә кәрәк, тип уйлай. Һуҡыр тәрбиәләнеүселәре күреү һәләте булған туғандары һәм дуҫтары менән аралаша алһын өсөн, ул махсус энә уйлап таба, уның ярҙамында ябай хәрефтәрҙе рельефлы итеп һүрәтләргә мөмкин була. Әммә был ысул күп ваҡыт ала.
Был мәсьәләне хәл итеүҙә Брайлға Пьер Фуко ярҙам итә. Ул 6 йәшендә һуҡырайған, әммә һәләтле кеше булған, бигерәк тә механика мәсьәләләрендә. Фуко үҙе уйлап сығарған машинаны ҡулланырға тәҡдим итә, ул уны «Клавишалы Типография»тип атай. Төймәгә баҫҡанда ябай хәрефтең ҡара баҫмаһы барлыҡҡа килә, һәм шул уҡ ваҡытта был хәреф рельеф ала. Бындай тексты һуҡырҙар ҙа, күреүселәр ҙә уҡый алған. Шулай итеп, яҙыу машинкаһының өләсәһе донъяға килә.
Брайлдың һаулығы насарая бара. Ул тыуған Куврҙа ял итә, файҙалы тау һауаһын һулай, әммә күңеле һәм йөрәге менән уҡыусылары һәм эше менән була. Ул оҙаҡ ҡына яңғыҙ ҡала алмай.
Брайль үҙенең ихтыяждары һәм һаулығы тураһында бик аҙ борсолған. Ул алған аҡсаның бик аҙ өлөшөн генә үҙенә тотона, иң кәрәкле әйберҙәрҙе һатып ала, ә ҡалған өлөшөн башҡаларға ярҙам итеү өсөн кисектереп тора. Ул үҙенең аҡсаһын китаптар һәм яҙыу өсөн ҡулайламалар һатып алыу өсөн ҡуллана.
Луи Брайль үҙенең сикһеҙ изгелеге менән билдәле була, бының өсөн ул бер ҡасан да рәхмәт эҙләмәй. Үлгәндән һуң дуҫтары уның шәхси әйберҙәрендә «Асып Тормай Яндырырға» тигән яҙыу менән бәләкәй генә ҡумта таба. Был яҙыу кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра, һәм ҡумта асыла. 
Унда бурыс аҡсаһы тураһында йөҙләгән расписка була. Дуҫтары Брайлдың ихтыярын үтәй: ҡумта һәм уның эстәлеге яндырыла.
Брайль һаулығы яҡшырған кеүек тойола, һәм ул яңынан уҡытыу менән шөғөлләнә. Әммә ул бик көсһөҙ була һәм көсөн һаҡлап ҡалыу өсөн шым ғына һөйләшә. Әммә уның һаулығы уҡытыу сифатына йоғонто яһамай. Ул һаман да уҡыусыларҙы ярата һәм хөрмәт итә.
Был ваҡытта Брайльдың рельефлы-нөктәле ысулы Институтта әүҙем ҡулланыла: уға студенттарҙы дәрестәрҙә уҡыталар, унда китаптар һәм ноталар баҫтыралар. Шулай баҫылған ноталар буйынса классик музыка һәм сиркәү хеҙмәттәрен башҡаралар. Был ысул Европала билдәлелек ала бара. Ваҡыт етер, һәм уның тураһында бөтә донъя белер!
Брайлдың һаулығы тағы ла насарая, һәм ул уны ялға ебәреүҙәрен һорай. Институт етәкселеге Брайлдың лайыҡлы тормош өсөн аҡсаһы юҡлығын белә һәм уны музыка уҡытыусыһы итеп ҡалдыралар. Ул үҙен яҡшы тойған көндәрҙә фортепианонан уҡыта. 
1851 йылдың декабрендә Луи Брайльдың һаулығы ныҡ насарая. Әммә ул, ерҙәге миссияһы тамамланған, тип ышанып, тыныслыҡ һаҡлай. «Раббы минең күҙ алдымда һәр ваҡыт мәңгелек өмөттең һуҡырайтыусы гүзәллеге тороуын теләне» — тине ул үҙенең дуҫтарына үлер алдынан. Луи Брайль 1852 йылдың 6 ғинуарында 43 йәшендә вафат була. Уны тыуған ҡалаһы Кувре зыяратында ерләйҙәр.
1852 йылда Брайль ысулын башлыса һуҡырҙар өсөн Король Институты стеналарында һәм унан ситтә бик аҙ энтузиастар ҡуллана. Әммә 1854 йылда уҡ Брайль ысулы Францияла рәсми таныла һәм европа илдәрендә тарала башлай.
Ә 1878 йылда Римдә Бөтә донъя конгресында Брайль ысулы һуҡыр кешеләр өсөн иң ҡулай уҡыу һәм яҙыу ысулы тип раҫлана.
Луи Брайль үлгәндән һуң 100 йыл үткәс, уның кәүҙәһе француз пантеонына күсерелә һәм Францияның башҡа күренекле кешеләре менән бергә ерләнә. 
Беҙҙең көндәргә тиклем Луи Брайль тыуып үҫкән йорт һаҡланған. Әлеге мәлдә унда музей.

 

Көлһылыу  фильмы (тифлокомментарийҙар менән)  

Золушка (с тифлокомментариями)
Надежда Кошеверова һәм Михаил Шапироның "Көлһылыу" фильмы зәңгәр экрандарға 1947 йылда сыҡты. Сценарийҙы драматург Евгений Шварц яҙа. Ул Шарль Перро яҙған әкиәтте аҙыраҡ үҙгәртеп, уға ирония һәм юмор өҫтәй. 
Көлһылыуҙы Янина Демо, ә батша улын Алексей Консовский уйнай. Картинала, шулай уҡ, Фаина Раневская, Василий Меркурьев, Сергей Филиппов һ. б. артистар ҡатнаша. Төп геройҙарҙың йырҙарын Любовь Черника һәм Юрий Хочинский башҡара. 
2009 йылда фильм реставрациялана һәм төҫлө итеп төшөрөлә. 
Ҡарау өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/live/movies/4294/zolushka-s-tiflokommentariyami

 

Ҡарауға тәҡдим итәбеҙ  Нәзифә Ҡадырова менән Фидан Ғафаров 

Назифа Кадырова
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Һеҙҙең иғтибарға актёр, йырсы, РСФСР халыҡ артисы, Башҡорт АССР халыҡ артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фидан Ғафаровтың концертын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. 
Шулай уҡ, БАССР атҡаҙанған артисткаһы, Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, РФ атҡаҙанған артисткаһы Нәзифә Ҡадырованы тыңларға саҡырабыҙ. 
Рус, совет, башҡорт һәм татар авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

Ҡарарға тәҡдим итәбеҙ 

Предлагаем к просмотру
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Бөгөн, 1 ғинуар, һеҙҙең иғтибарға бер-нисә трансляция тәҡдим итәбеҙ: 
Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры. Төнгөлөккә әкиәт. Г. Х. Андерсон "Борсаҡ өҫтөндә принцесса". РБ атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина уҡый. https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY 
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 
БДҠТ артистары башҡарыуында "Төнгөлөккә әкиәт" рубрикаһы.

https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY..

 

 

 

"Садко" операһы 

Опера "Садко"
 
Николай Римский-Корсаков һәм Владимир Бельский
12+ 
3 шаршауҙағы опера-былина 
Премьера датаһы: 25.11.2022 
Дауамы: 4 сәғәт 
Ҡуйыусы режиссер: Асҡар Абдразаҡов.
Ҡуйыусы дирижер: Феликс Коробов.
Ҡуйыусы рәссам: Иван Складчиков. 
Ҡуйыусы хормейстер, дирижёр: Александр Алексеев. 
Һыу аҫты батшалығы картинаһын ҡуйыусы хореограф: Маргарита Дроздова. 
Балет педагог-репетиторҙары: Елена Фомина, Анна Хәсәнова, Людмила Шапкина. 
Яуаплы концертмейстерҙар: Эльвина Аҡбаева, Екатерина Лялина, Маргарита Шакирова һ. б.
 

Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы 2024 йыл менән!

С новым 2024 годом!
Хөрмәтле китап уҡыусылар һәм коллегалар!
 
Яңы йылда һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ һәм шатлыҡтар, изгелек һәм аңлашыусанлыҡ, өмөт һәм уңыштар теләйбеҙ! Көтөп алған һәм яратҡан был байрамда сихри әкиәт донъяһы үҙенең йылыһы менән йөрәгегеҙҙе тултырһын, яҡты киләсәккә өмөт уятһын!
Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы 2024 йыл менән! Бөтәбеҙ өсөн дә яңы идеяларға, билдәле ваҡиғаларға, яңы башланғыстарға бай йыл булһын!
Яңы йыл төнөндә уйлаған уйҙарығыҙ, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, йыл әйләнәһенә тик шатлыҡ –ҡыуаныстар, уңыштар, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың мөхәббәте һәм иғтибары оҙатып барһын.
 

Башҡорт опера һәм балет театры Жорж Бизеның "Кармен" операһын онлайн трансляцияла күрһәтә.

Онлайн трансляция оперы «Кармен» Жоржа Бизе в постановке  Башкирского театра оперы и балета

Хөрмәтле китапхана ҡулланыусылары!
Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт опера һәм балет театры Жорж Бизеның "Кармен" операһын онлайн трансляцияһын тәҡдим итәбеҙ.
Трансляция 20 март 19:00 сәғәттә башлана.

Репертуарҙағы спектаклдәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының видео-хостингыһында онлайн режимда күрһәтеләсәк. https://www.youtube.com/channel/UCfW4myn8NvUYA2gZM4EXpQw/featured?app=desktop

Постановки будут сыграны артистами театра при пустом зале.

По материалу  Министерства культуры Республики Башкортостан

Марсель Сәлимов әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе 

Книжная выставка произведений Марселя Салимова
Махсус китапхана абонементы Марсель Сәлимовтың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә яҙыусының тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала. 
Марсель Сәлимов (псевдонимы Мар. Сәлим) Борай районы Сәйет-Көрйә ауылында 1949 йылда донъяға килгән. Атаһы Сәлимгәрәев Шайнур Сәлимгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауыл корреспонденты булған. Фәймә Фәмүтдинова - әсәһе - ауыл эшсеһе, колхозда эшләй. 
1971 йылда Марсель Шайнур улы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. 1980 йылда Свердловск партия мәктәбенең "политология" бүлеген тамамлай. Университеттан һуң, Совет армияһы офицеры булараҡ, 2 йыл Төнъяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә. 
1973 йылдан алып "Һәнәк" республика сатира һәм юмор журналында эшләй. 1980-2010 йй - журналдың төп мөхәррире. 
Буласаҡ яҙыусы мәктәп йылдарынан уҡ яҙыша башлай. 14 йәшендә урындағы гәзит һәм журналдарҙа баҫыла. "Сер тоҡсайы" исемле тәүге китабы 1982 йылда донъя күрә. Әлеге мәлдә ул 30 ашыу китаптар авторы. Уның әҫәрҙәре 40 телдә тәржемә ителгән.

На книжной выставке представлены, книги, изданные рельефно-точечным шрифтом:

Салимов, М. Ш. О, времена. [Шрифт Брайля] = Заманына күрә көлкөһө: сатира и юмор: на баяш. яз. / Марсель Салимов; техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов; ред. по Брайлю Г. Байракаева; отв. за вып. А. Аминева. — 1-е изд. по Брайлю. — Уфа: БРСБС, 2016. — 3 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2015.

«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:

Салимов, М. Девяносто девять любовей [Звукозапись]: повести и рассказы: на баш. яз. / Чит. Р. Каримова. — Уфа: БРСБС, 1996. — 2 мфк. (7 ч. 30 м.): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: Уфа: Слово, 1994.

Салимов, М. Хоть смейся, хоть не смейся [Звукозапись]: на тат. яз. / М. Салимов; чит. Ф. Калимуллин. — Уфа: БРСБС, 2005. — 2 мфк. (7 ч. 48 м): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: Казань: Тат. кн. изд-во, 1998; ТРСБС, 2004

«Говорящие» книги на СД-дисках:

Салимов, М.Ш. О, времена. [Звукозапись] = Заманыны күрә көлкөһө: на баш. яз. / Марсель Салимов; чит. автор; звукооператор В. Бессольцев; отв. за вып. А. Аминева. — Уфа: БРСБС, 2016. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): Формат МР3. — С изд.: Уфа; Китап,2015. 

Салимов, М.Ш. Президентский кот [Электронный ресурс. Звукозапись]: рассказы, фельетоны, юморески / М. Ш. Салимов; чит. автор; звукооператор В. Бессольцев; отв. за вып. И.Н. Кучербаева. — Уфа: БРСБС, 2017. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): Формат МР3. — С изд.: М.: Союз независимых авторов и издателей, 2016.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Салимов, Марсель Шайнурович. Мөхәббәтле каләм = Перо с любовью [Текст]: лирика и юмор: на тат., баш., рус. яз. / М. Салим. — Казань: Идел-пресс, 2005. — 128 с. 

Салимов, М.Ш. О времена [Текст]: сатира и юмор: на баш. яз. / М.Ш. Салимов. — Уфа: Китап, 2015. — 286 с. — (16+)

Салимов, Марсель Шайнурович. От смешного до великого [Текст]: стихотворения, басни: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Интернациональный союз писателей, 2015. — 144 с.

Салимов, М. Ш. Какое время – такой и смех [Текст]: сатира, юмор, лирика: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Российский писатель, 2013. — 127 с.

Салимов, М. Ш. Миссия той пассии [Текст]: Сатирическая повесть, рассказы, юморески: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Интернациональный союз писателей, 2015. — 160 с. — (Сер. "Современники и классики") 

Салимов, М.Ш. Президентский кот [Текст]: рассказы, сатирески, фельетоны, юморески: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Союз независимых авторов и издателей, 2016. — 116 с. — (Сер. "Парламентская серия"

Сираттағы квест уйыны үтте. 

Прошел очередной квест
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Ҡыҙыҡлы уйын Пушкин картаһы буйынса үткәрелде. Сарала Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ҡатнашты. 
Ҡатнашыусылар китапханасылар етәкселеге аҫтында һәм үҙаллы ҡараңғы бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. Был уларға һуҡырҙар тормошон тойорға һәм аңларға ярҙам итте. Тауыштар, еҫтәр барыһы ла уларға тәҡдим ителде. 
Уйын аҙағында ҡатнашыусылар тифлокомментарийлы йәнһүрәт ҡаранылар.
#пушкинскаякарта

"Конституция - дәүләттең төп ҡануны" китап күргәҙмәһе 

Книжная выставка «Конституция -основной закон государства»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Конституция - дәүләттең төп ҡануны" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә Башҡортостан республикаһының конституция ҡабул итеүенә 30 йыл тулыуға арнала. 

Башҡортостанда конституцион ҡануниәт үҫтереүгә республиканың дәүләт суверенитетын алыу булышлыҡ итә. Әлеге Конституцияның тексы үҙ эсенә инеш өлөш, 2 бүлек һәм 126 статья индергән. Конституция республика конституцияһы төҙөлөшөнөң нигеҙҙәрен теркәй. Ул Башҡортостандың РФ составындағы демократик хаҡлы республика икәнлеген раҫлай. 
Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Конституция Республики Башкортостан [Текст Брайля] / ; Технич. ред. Н.А. Юдина; ред. по Брайлю А.Ф. Абизова .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 кн. — Перепеч.: Уфа: Мир печати.

Плоско-печатные издания:

Конституция Республики Башкортостан [Текст] .— Уфа : ИП Поляковский Ю.И., 2006 .— 40 с.

Конституция Республики Башкортостан [Текст] : С посл. изм. и доп. от 15 июня 2006 г. № 322-з .— Уфа, 2007 .— 43 

Конституция Республики Башкортостан [Текст] : с изм. и доп. внесен. ...законом РБ от 18 сент. 2008 г. № 23-з .— Уфа : Секретариат Гос. Собр.- Курултая-РБ, 2008 .— 44 с.

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Башкортостан - россии край бесценный [Электронный ресурс] : библиогр. указ. / ; Сост. Н. Насертдинова; web-разработчик Р. Кутлумбетов; отв. за вып. Р. Разина .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 электрон. опт. диск .— Системн. требования: CD-ROM, Internet Explorer 6.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.