Көлһылыу  фильмы (тифлокомментарийҙар менән)  

Золушка (с тифлокомментариями)
Надежда Кошеверова һәм Михаил Шапироның "Көлһылыу" фильмы зәңгәр экрандарға 1947 йылда сыҡты. Сценарийҙы драматург Евгений Шварц яҙа. Ул Шарль Перро яҙған әкиәтте аҙыраҡ үҙгәртеп, уға ирония һәм юмор өҫтәй. 
Көлһылыуҙы Янина Демо, ә батша улын Алексей Консовский уйнай. Картинала, шулай уҡ, Фаина Раневская, Василий Меркурьев, Сергей Филиппов һ. б. артистар ҡатнаша. Төп геройҙарҙың йырҙарын Любовь Черника һәм Юрий Хочинский башҡара. 
2009 йылда фильм реставрациялана һәм төҫлө итеп төшөрөлә. 
Ҡарау өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/live/movies/4294/zolushka-s-tiflokommentariyami

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.