Ғаилә көнөндә

В День семьи
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һуҡырҙар өсөн махсус китапханала иң бәләкәй китап уҡыусылар һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә “Ғаилә байлыҡтары” әҙәби уйыны үтте.
Китапханасылар ҡунаҡтарҙы байрамдың тарихы менән таныштырҙы. 800 йыл рәттән православиела 8 июль ғаилә бәхетен ,мөхәббәте һәм тоғролоҡто ҡурсалаусы изге Петр һәм Феврония Муромскийҙарҙы иҫкә ала.
Әҙәби уйын барышында балалар әкиәт, мәҫәл, шиғыр кеүек әҙәби әҫәрҙәр аша ғаилә составы һәм туғанлыҡ бәйләнештәре тураһында белделәр. Практик өлөштә ата-әсәләре һәм китапханасы менән бергә пластилиндан яратҡан әкиәт геройҙарының һындарын эшләргә тырыштылар.
Ғаилә көнөнә махсус китапхананың Бәләбәй филиалы мәктәптең йәйге лагерь балаларына “Мең йыллыҡ мөхәббәт” тигән ғаилә байрамы ойошторҙо.
Балалар ир менән ҡатын араһында мөхәббәт һәм тоғролоҡ үрнәге булып торған кенәз Петр һәм уның ҡатына Феврония Муромский тураһында легенда тыңланылар. Риүәйәт буйынса, улар оҙаҡ һәм бәхетле йәшәйҙәр, хатта 1228 йылдың 25 июнендә (яңы стиль буйынса 8 июль ) бер көндә йән биргәндәр. XVI быуатта Петр һәм Февронияны изгеләр араһына индерәләр һәм шул ваҡыттан алып уларҙы ғаиләне православ яҡлаусы тип һанайҙар. Уларҙың мәйете Муромдағы Изге Троицк һарайында һаҡлана. Байрам символы – аҡсәскә. Рәсәйҙә күп быуаттар 8 июлдә кәләш әйттереү йолаһы йәшәп килгән. 2008 йылдан Рәсәйҙә Ғаилә көнө киң билдәләнә башлай, уның да үҙенә генә күрә ғөрөф-ғәҙәттәре бар, мәҫәлән, ошо көндә туй билдәләү. Байрам кисәһе конкурс һәм викториналар менән дауам итте. Командалар сиратлап “Ғаилә – ул...” тип мәҡәлдең тәрән мәғәнәлеген астылар. “Теләктәр ромашкаһы” конкурсында балалар ҡағыҙҙан эшләнгән ромашка тажы япраҡтарына үҙҙәренең теләктәрен яҙып икенсе командаға тапшырҙылар, аҙаҡ уларҙы тасуири уҡып бер-береһенә бүләк иттеләр.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә

Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә – хәҙерге заман йәмғиәтенең иң мөһим бер өлөшө. Рәсәй халҡы өсөн һәр ваҡыт ғаилә, никах һәм балалар беренсе урында. Был һәр кешенең үҙенә генә хас иң ҡәҙерле нәмәһе. Ғаиләлә тоғролоҡ һәм бер–береңә ышаныс булырға тейеш, сөнки билдәле булыуынса, мөхәббәтһеҙ көслө союз төҙөүе ҡыйын, ә уны һаҡлап ҡалыу тағы ла ҡыйыныраҡ. Тик ошо һәр береһенең йоғонтоһо ғына бәхетле һәм көслө ғаилә барлыҡҡа килтерә.
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында төрлө йәштәгеләр өсөн “Ғаилә зонтигы аҫтында” исемле кисә үтте, унда әсәй һәм өләйсәйҙәр, ул һәм ҡыҙҙар, яҡын дуҫтар ҡатнашты.
Китапханасылар был байрамдың килеп тыуыу тарихы, христиан никахын яҡлаусы изге Петр һәм Феврония ғаиләһе тураһында һөйләне. Китап уҡыусылар билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм композиторҙарының ғаилә эсендә башҡарыла торған шиғыр һәм йырҙарын яңғыратты.
Йәштәргә байрамдың символы аҡ сәскәне ҡатырғала эшләү буйынса мастер класс үтте. Балалар әсәй һәм өләсәйҙәре менән бергә төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскәләр эшләне.

Мәҙәниәт объекттарының макеты бүләккә тапшырылды

Макеты объектов культуры переданы в дар
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ сәнғәт-графика факультеты студенттары тарафынан Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Стәрлетамаҡ филиалында «Тыуған яҡты өйрәнеү оҫтаханаһы «Бергә» исемле проект аҫтында Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт объекттарының макеттары презентацияһы үтте.
Студенттар дизайн кафедра доценты, педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның сәнғәт-графика факультеты ғилми тикшеренеү эштәре деканы урынбаҫары Елена Николаевна Дорофеева етәкселегендә мәҙәниәт объекттары макеттарын (урыҫ драмтеатры, театр-концерт берләшмәһе, мәсет, Татьянин сиркәүе) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының юл, урам, йылға, парктарын күрһәткән рельеф мнемосхема картаһын һуҡырҙар өсөн махсус китапханаға бүләккә тапшырҙы.
Быны әҙерләүҙә күреү һәләте сикләнгән кешеләргә мәҙәниәт объекттарын аңлауҙы еңеләйтеү өсөн барлыҡ нескәлектәр куҙ уңына алынған. Ҡаланың урам, юл, йылға һәм паркттарҙы күрһәткән рельеф картаһы бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Макеттар ҙур баһаға лайыҡ булды.

Анна Ахматова иҫтәлегенә кисә

Вечер памяти Анны Ахматовой
25 июнь махсус китапханала Анна Ахматованың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте.
Анна Андрей ҡыҙы Ахматова ХХ быуат рус әҙәбиәтенең билдәле шәхесе, шағирә, тәржемәсе һәм әҙәбиәтсе. Тыуған ере – Одесса. Тәүге шиғыры 1907 йылда Парижда рус телендә баҫтырылған «Sirius» журналында донъя күрә. Ә 1912 йылда “Кис” исемле тәүге шиғырҙар китабы сыға.
Бөйөк дан менән бергә яҙыусыға ҡайғылар ҙа килә. 1921 йылда ирен атып үлтерәләр, 1924 йылда уға әҫәрҙәрен баҫтырыуҙы тыялар. Шуға ҡарамаҫтан, Анна Ахматова исеме бөгөн дә тере һәм миллионлаған
кешеләрҙе илһамландырыусы шиғырҙары бар.
Сарала әҙибәнең “Музыка”, “Мөхәббәт”, “Егерме беренсе. Төн. Дүшәмбе...” һ.б. шиғырҙары, аудиояҙмалар яңғыраны.
Сара аҙағында шағирәнең тормошо һәм ижад юлы тураһында викторина үткәрелде. Китап уҡыусылар сәй аҙағында һорауҙарға яуап бирҙеләр, фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.

Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй

Вести из филиалов. Белебей.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы мәктәп йәйге лагерында тәрбиәләнеүселәр өсөн, ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың “Бремен музыканттары” әкиәте буйынса театр ойошторҙолар.
Был театр экспромтында викторина уҙҙы. Ул балаларға әкиәттәге бесәй, эт, ишәк һәм әтәсте иҫкә төшөрҙө. Балалар Юлия Агафонова, Данил Мальковский, Софья һәм Владислав Кулешовтар, Виктория Тонких, Валерия Глушенкова, Дарья Петрова, Роман Файрузов башҡарыуында театр тамашаһын ҡаранылар. Сара аҙағында бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алды.
Бәләбәй филиалында “Корней Чуковский әкиәттәре буйлап сәйәхәт” әҙәби сәғәте үтте. Сара яҙыусының тыуыуына 115 йыл тулыуға арналды. Бында 8-се мәктәптең йәйге лагерена йөрөүсе уҡыусылар ҡатнашты.
Балалар Корней Чуковскийҙың биографияһы, ижады менән таныштылар, әкиәт геройҙары менән осраштылар. Викторинала ҡатнаштылар, төрлө уйындар уйнанылар, тылсымлы хаттар уҡынылар.

Бушлай юридик ярҙам

Бесплатная юридическая помощь
2 июль махсус китапханала сәғәт 11:00 алып 15:00 тиклем “Башҡортостан Республика дәүләт юридик бюроһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы белгестәре граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтә.
Бушлай юридик ярҙамды алыу мөмкинлегенә түбәндәгеләр эйә:
- Аҙ милекле ҡатламдар;
- I һәм II төркөм инвалидтары;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, РФ Геройҙары, Совет Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, РФ-тың Хеҙмәт Геройҙары;
- Инвалид балалар, етем балалар һәм уларҙы ҡараусылар;
- Ата-әсәһеҙ ҡалған баланы алырға теләүселәр;
- Баланы уллыҡҡа алыусылар;
- Бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә булыусы граждандар (№ 122-ФЗ);
- Политик репрессияларҙа ҡазаланған һәм реабилитацияланған граждандар;
- Хоҡуҡ боҙоусы бәлиғ булмаған балалар;
- Эшләмәгән пенсионерҙар;
- III төркөм инвалидтары;
- Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары;
- 3 һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр;
- 14 йәшкә тиклем булған балалы яңғыҙ әсәләр;
- Чернобыль АЭС-ында ҡаза күргән граждандар;
- “Рәсәйҙең Почетлы доноры”, “СССР-ҙың Почетлы доноры” күкрәк значогы менән бүләкләнгән граждандар.
Бушлай юридик ярҙам алыу өсөн киләһе документтар мотлаҡ булырға тейеш:
- Паспорт күсермәһе;
- Бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы граждандар категорияһын билдәләгән документ күсермәһе.

Иҫкә алыу һәм ҡайғы көнөнә

Ко Дню памяти и скорби
Ко Дню памяти и скорби
21 июнь махсус китапханала, Бөйөк Ватан һуғышының башланған көнөнә арнап “Күп нәмә онотолор, ә бындайы – бер ҡасан да” темаһы аҫтында иҫкә алыу һәм ҡайғы көнө билдәләнде.
Ҡунаҡҡа 149-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килде.Китапханасылар китапхана буйлап экскурсия үткәрҙе, төп йүнәлештәр буйынса әңгәмә алып барҙы, махсус форматтағы
китаптар менән таныштырҙы.
Уҡыу залында балаларға һуғыштың аяуһыҙлығы, башын һалған батырҙар тураһында һөйләнеләр. К. Симоновтың, Ю. Друнинаның, А. Твардовскийҙың һ.б. шағирҙарҙың һуғыш тураһында яҙылған
шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны.
Иҫкә алыу һәм ҡайғы көнө алдынан Стәрлетамаҡ филиалында ла “Хәтерҙә тотһондар” иҫкә алыу сәғәте үтте.
Китапханасылар уҡыусылары менән бергә совет халҡының героизмын, кисергән ауырлыҡтарын, юғалтыуҙарын иҫкә алып үттеләр.

Салауат Юлаев тураһында әсбап сыҡты.

Издано пособие о Салавате Юлаеве
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Салауат – батырлыҡ һәм дан символы” ҡабарынҡы график әсбап сыҡты. Хеҙмәт һуҡырҙар өсөн махсус Брайль шрифты һәм ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән баҫтырылды.
Салауат Юлаев исеме Башҡортостандың иң билдәле исемдәрҙең береһе. Был милли герой азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының символына әйләнде. Пугачев етәкселеге аҫтында үткән Крәҫтиән ихтилалының иң яҡты шәхесе булып тора. Бынан тыш, ул үҙенән һуң ижади мираҫын да халҡына ҡалдырҙы.
Геройҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңгегә һаҡланасаҡ. Уның исеме урамдарға, ауыл атамаларына, мәҙәниәт учреждениеларына, музейҙарға бирелгән. 1967 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы донъяға тыуҙы. Күп ҡалаларҙа һәйкәлдәр үҫеп сыҡты.
Әсбапта Салауаттың тормош юлы, һуғышта ҡатнашыуы, тотҡондағы көндәре яҡтыртылды. Шулай уҡ батырҙың үҙ шиғырҙары һәм уның тураһында яҙған төрлө авторҙарҙың шиғырҙары инде. 
Яҡын арала әсбап китапхана фондына инәсәк, филиалдарға таратыласаҡ.

“Ҡыҙыл ҡәнәфер” акцияһы

Акция "Красная гвоздика"
Ҡыҙыл ҡәнәфер – бөтә халыҡтарҙың да батырҙарҙы иҫкә алыу һәм тере ветерандарға рәхмәт белдереү символы булып тора. Йыл һайын 1 майҙан алып 22 июнгә тиклем “Быуындар хәтере” шәфҡәтлелек фонды “Мин хәтерләйем. Мин ярҙам итәм” девизы аҫтында ҡәнәфер һүрәте төшөрөлгән значоктар тарата. Унан килгән аҡсаны ветерандарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтә.
Еңеү көнөндә генә түгел, шулай уҡ, 22 июнь – хәтерләү көнө алдынан да һәр беребеҙ ошо тормош өсөн алышҡандарға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Бының өсөн мотлаҡ “Ҡыҙыл ҡәнәфер” значогын алырға һәм ветерандарға ярҙам итергә кәрәк.
Значокты «Магнит», Spar, «7Я», Sela, Billa, «Бахетле», «Шамса», «Комус», «Мосигра», «Твой дом», «Бегемот», «РиОМАГ», «Новэкс», «Чудодей» кеүек » ҙур һатыу селтәрҙәрендә, еАптека, шулай уҡ, «Роснефть” заправкаларында, күп кеше йөрөгән урамдарҙа алырға мөмкин.

“Халҡының бөйөк улы” портрет күргәҙмәһе

выставка-портрет "Великий сын своего народа"
17 июнь махсус китапханала “Башҡортостан республика шағирҙары әҫәрҙәрендә” саралар циклы рамкаһында, С. Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу айҡанлы, “Халҡының бөйөк улы” портрет күргәҙмәһе үткәрелде.
Китап уҡыусылар Салауат тураһындағы әҫәрҙәр менән танышты,сара барышында Салауаттың шиғырҙары яңғыраны. Сара аҙағында ҡатнашыусылар “Салауат Юлаев” тифлокомментарийлы фильмын ҡаранылар.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.