Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә

Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә – хәҙерге заман йәмғиәтенең иң мөһим бер өлөшө. Рәсәй халҡы өсөн һәр ваҡыт ғаилә, никах һәм балалар беренсе урында. Был һәр кешенең үҙенә генә хас иң ҡәҙерле нәмәһе. Ғаиләлә тоғролоҡ һәм бер–береңә ышаныс булырға тейеш, сөнки билдәле булыуынса, мөхәббәтһеҙ көслө союз төҙөүе ҡыйын, ә уны һаҡлап ҡалыу тағы ла ҡыйыныраҡ. Тик ошо һәр береһенең йоғонтоһо ғына бәхетле һәм көслө ғаилә барлыҡҡа килтерә.
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында төрлө йәштәгеләр өсөн “Ғаилә зонтигы аҫтында” исемле кисә үтте, унда әсәй һәм өләйсәйҙәр, ул һәм ҡыҙҙар, яҡын дуҫтар ҡатнашты.
Китапханасылар был байрамдың килеп тыуыу тарихы, христиан никахын яҡлаусы изге Петр һәм Феврония ғаиләһе тураһында һөйләне. Китап уҡыусылар билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм композиторҙарының ғаилә эсендә башҡарыла торған шиғыр һәм йырҙарын яңғыратты.
Йәштәргә байрамдың символы аҡ сәскәне ҡатырғала эшләү буйынса мастер класс үтте. Балалар әсәй һәм өләсәйҙәре менән бергә төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскәләр эшләне.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.