Ғаилә көнөндә

В День семьи
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һуҡырҙар өсөн махсус китапханала иң бәләкәй китап уҡыусылар һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә “Ғаилә байлыҡтары” әҙәби уйыны үтте.
Китапханасылар ҡунаҡтарҙы байрамдың тарихы менән таныштырҙы. 800 йыл рәттән православиела 8 июль ғаилә бәхетен ,мөхәббәте һәм тоғролоҡто ҡурсалаусы изге Петр һәм Феврония Муромскийҙарҙы иҫкә ала.
Әҙәби уйын барышында балалар әкиәт, мәҫәл, шиғыр кеүек әҙәби әҫәрҙәр аша ғаилә составы һәм туғанлыҡ бәйләнештәре тураһында белделәр. Практик өлөштә ата-әсәләре һәм китапханасы менән бергә пластилиндан яратҡан әкиәт геройҙарының һындарын эшләргә тырыштылар.
Ғаилә көнөнә махсус китапхананың Бәләбәй филиалы мәктәптең йәйге лагерь балаларына “Мең йыллыҡ мөхәббәт” тигән ғаилә байрамы ойошторҙо.
Балалар ир менән ҡатын араһында мөхәббәт һәм тоғролоҡ үрнәге булып торған кенәз Петр һәм уның ҡатына Феврония Муромский тураһында легенда тыңланылар. Риүәйәт буйынса, улар оҙаҡ һәм бәхетле йәшәйҙәр, хатта 1228 йылдың 25 июнендә (яңы стиль буйынса 8 июль ) бер көндә йән биргәндәр. XVI быуатта Петр һәм Февронияны изгеләр араһына индерәләр һәм шул ваҡыттан алып уларҙы ғаиләне православ яҡлаусы тип һанайҙар. Уларҙың мәйете Муромдағы Изге Троицк һарайында һаҡлана. Байрам символы – аҡсәскә. Рәсәйҙә күп быуаттар 8 июлдә кәләш әйттереү йолаһы йәшәп килгән. 2008 йылдан Рәсәйҙә Ғаилә көнө киң билдәләнә башлай, уның да үҙенә генә күрә ғөрөф-ғәҙәттәре бар, мәҫәлән, ошо көндә туй билдәләү. Байрам кисәһе конкурс һәм викториналар менән дауам итте. Командалар сиратлап “Ғаилә – ул...” тип мәҡәлдең тәрән мәғәнәлеген астылар. “Теләктәр ромашкаһы” конкурсында балалар ҡағыҙҙан эшләнгән ромашка тажы япраҡтарына үҙҙәренең теләктәрен яҙып икенсе командаға тапшырҙылар, аҙаҡ уларҙы тасуири уҡып бер-береһенә бүләк иттеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.