Иҫкә алыу һәм ҡайғы көнөнә

Ко Дню памяти и скорби
21 июнь махсус китапханала, Бөйөк Ватан һуғышының башланған көнөнә арнап “Күп нәмә онотолор, ә бындайы – бер ҡасан да” темаһы аҫтында иҫкә алыу һәм ҡайғы көнө билдәләнде.
Ҡунаҡҡа 149-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килде.Китапханасылар китапхана буйлап экскурсия үткәрҙе, төп йүнәлештәр буйынса әңгәмә алып барҙы, махсус форматтағы
китаптар менән таныштырҙы.
Уҡыу залында балаларға һуғыштың аяуһыҙлығы, башын һалған батырҙар тураһында һөйләнеләр. К. Симоновтың, Ю. Друнинаның, А. Твардовскийҙың һ.б. шағирҙарҙың һуғыш тураһында яҙылған
шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны.
Иҫкә алыу һәм ҡайғы көнө алдынан Стәрлетамаҡ филиалында ла “Хәтерҙә тотһондар” иҫкә алыу сәғәте үтте.
Китапханасылар уҡыусылары менән бергә совет халҡының героизмын, кисергән ауырлыҡтарын, юғалтыуҙарын иҫкә алып үттеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.