Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандар өсөн “Өмөт” исемле тауышландырылған журнал сығара башланы. Журналдың беренсе һанында “Со-единение” фонды президенты Дмитрий Поликанов менән әңгәмә һәм дөйөм темаға материалдар ҙа бирелде.
Новости
02.07.2015
Башҡортостан Республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Әҙәбиәт йылы эсендә “Изге ҡулдарҙан китап” тип аталған акция уҙғара. Был сараның маҡсаты– милли әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, йәлеп итеү. Акцияла – дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек, ғөмүмән, теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала. Күпмегә булһа ла һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә лә бүләк итә ала.
01.07.2015
26 июндә Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы Ишембай район хакимиәте менән берлектә төбәк-ара “Ауыл китапханаһы заман ысынбарлығында”исемле семинар-практикум уҙғарҙы.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 503
- 504
- 505
- 506
- 507
- 508
- 509
- 510
- 511
- …
- следующая ›
- последняя »