Һаңғырау-күрмәүселәр өсөн “Надежда” - “Өмөт”

Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандар өсөн “Өмөт” исемле тауышландырылған журнал сығара башланы. Журналдың беренсе һанында “Со-единение” фонды президенты Дмитрий Поликанов менән әңгәмә һәм дөйөм темаға материалдар ҙа бирелде.
 “Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел!”–шундай ҡарар ҡабул иткәйнеләр ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙы  Рәсәйҙә аяҡҡа баҫтырыуға (реабилитациялауға) арналған халыҡ-ара семинар-форумда. Шулай уҡ ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған пациентка В. Лыженкованың Волоколамск ҡалаһындағы реабилитацион Үҙәк хаҡындағы тәъҫораттары ла бирелгән.
Ваҡтлы матбуғат биттәренән ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған актерҙар ҡатнашлығында Милләттәр Театрында күрһәтелгән “Ҡағылып алыу”спектакленә һәм  үҙенсәлекле театр проектына  арналған мәҡәләләр бар.
Журналыбыҙҙың  киләһе һандарында мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең  сир менән алышта   өлгәшелгән еңеүҙәре хаҡында ла, ижади эштәре, ихтияр көсө, өмөт-хыялдары тураһында ла  мәғлүмәт буласаҡ. Мөмкинселектәре сикләнгәндәр  бер-береһе менән бәйләнештә торалар, ижади төркөмдәр төҙөйҙәр. Һынлы сәнғәт, музыка,театр, кино – һәр өлкәлә улар араһында ижад итеүселәр бар.
Беҙ биргән мәғлүмәт бик файҙалы булыр һәм һәр сирлене, йәки мөмкинселектәре сикләнгәндерҙе, ижадҡа әйҙәп, “Өмөт”лө бер яҡтылыҡ булып торор тип ышанабыҙ.
 Журналыбыҙҙы ҡулланыусыларға “тауышландырылған” китаптар базаһы аша БРСБС сайтынан  алыу мөмкинселеге бар, йәки базаға инә алмаусылар өсөн МРЗ форматында CD – ла эшләнде.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.