2015 йылдың 28 авгусында Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә күрмәгән дә уҡыусылары өсөн Хәрби Дан музейына күсмә экскурсия ойошторҙо. Уҡыусылар музейҙың төп һөм махсус ҡулайлаштырылған экспозициялары менән таныштылар. Даими эшләп килгән “Башҡортостан Икенсе Бөтәдонъя һуғышында”экспозицияһы: “Башҡорт йорто”,”Һуғышҡа оҙатыу”, ”Үҫмерҙәр станок артында” диорамалары, айырым урын шулай уҡ интернационалист-яугирҙәрҙең батырлығына арналған экспозициялар– барыһы ла Брайль системаһы буйынса этикетаж менән ҡулайлаштырылып эшләнгән.
Новости
26.08.2015
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының алдында бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгән дә ҡулланыусыларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы уҡыуға, китапҡа ылыҡтырыу бурысы ла тора. Ошо оло маҡсат менән Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Леонид Соколовтың “Автограф” исемле китабы ҡабарынҡы шрифтлы Брайль системаһы менән нәшер ителде.
Китап “Һуҡыр-күрмәүселәргә ярҙам итеү Хәйриә фонды Берләшмәһе” ның финанс яҡтан ярҙамы менән сыҡты.
24.08.2015
21 августа Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Өфө рәссамдарының күргәҙмәһенең презентацияһы үтте.
Экспозицияларҙың береһе йәш рәссам, дизайнер, фотоһүрәттәр эшләүсе Дмитрий Павловтың картиналарын үҙ эсенә ала һәм “Алыҫ донъялар-3. Алыҫ арауыҡ аша” тип атала һәм Йыһан темаһына хыялланыуҙарға ҡоролған.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 499
- 500
- 501
- 502
- 503
- 504
- 505
- 506
- 507
- …
- следующая ›
- последняя »